Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Октябрь 2023, 05:40

Яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Саҡмағош районы егете, «Граф» позывнойлы яугир Жуков миҙалына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән муниципалитет хакимиәте етәксеһе Реканс Ямалиевҡа һылтанма менән.

Яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Рәжәп ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ махсус операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы, батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Бынан алдараҡ республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Чиновник бер йыл самаһы элек үҙ теләге менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар генералы хөрмәтенә аталған батальонға яҙылғайны.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-10/bash-ortostan-yaugire-zhukov-mi-aly-men-n-b-l-kl-nde-3472705

 

Автор:
Читайте нас