

«Өс йыл рәттән Башҡортостан – сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтинг лидерҙары иҫәбендә. Ике йыл беренсе булдыҡ, хәҙер өсөнсө урындабыҙ. Был ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың юғары кимәлен күрһәтә. Предприятие етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына берҙәм эш өсөн ҙур рәхмәт.
Беҙ «Башнефть», «БСК», «Газпром нефтехим Салауат», Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, «ПОЛИЭФ», Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Башҡорт баҡыры», «НЕФАЗ», Туймазы бетон ташыу машиналары заводы, «Витязь», «ОЗНА» һәм башҡа компанияларға рәхмәт белдерәбеҙ. Улар ҡатмарлы осорҙа ла етештереүҙе арттыра, күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашыра, иҡтисадтың үҫешенә йоғонто яһай.
Беҙ республиканы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында инвестицияларҙы арттырыу буйынса алдынғы урынға сығарҙыҡ. Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында Башҡортостан 2018 йылда 23-сө урында булһа, быйыл дүртенсе баҡысҡа күтәрелде. 2019 йылдан инвестициялар 40% ашыуға артҡан, дөйөм күләме 1,6 триллион һумдан ашып киткән.
Инвесторҙар республикабыҙға ҙур теләк менән килә. Ике йыл рәттән беҙҙең «Алға» Рәсәйҙең әүҙем үҫешкән махсус иҡтисади зонаһы тип танылды. Кисә Беларусь премьер-министры Роман Александрович Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Валентинович Новак менән «Амкодор-Ағиҙел» заводын астыҡ.
Аграрийҙарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға байтаҡ аҡса йүнәлтәбеҙ», - тине Радий Хәбиров.