Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
12 Октября 2023, 14:30

Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан

Башҡортостанда дәүләт лотереяһында ҡатнашыусы 14,7 миллион һум отҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡанЯҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан
Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан

«Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә «Рапидо» дәүләт лотереяһының суперпризы - 14 795 679 һум уйнатылған. 287711-се тираж һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ еңеүсе булған.

«Әлеге ваҡытта уның мобиль ҡушымтала 300 һумлыҡ билет һатып алыуы ғына билдәле», - тип белдерҙеләр компанияла.

«Рапидо» ҡағиҙәләре буйынса, суперприз отор өсөн комбинацияларҙың бөтә һандарын тура килтереп яҙырға кәрәк. Отоштар 15 минут һайын үткәрелә.

Автор:
Читайте нас