

Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы — Рощинский ауылының Мәҙәниәт һарайы мөдире, Анна Сергеевна — Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Һоҡланғыс, уңған һәм ижади ғаилә «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы.
Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә, уның абруйы йылдан-йыл арта. Республика этабынан федераль этапҡа 384 ғаилә сыҡты, 85-е биш номинацияла еңеүсе булды.
- Башҡортостан һәм үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ районы исеменән сығыш яһауыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, ғорурланабыҙ! — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Анна Әхмәрова. — Бында беҙ бик күп яңы таныштар таптыҡ, еңеү яулаған 80 ғаиләнең һәр береһе үҙенсәлекле!
Ата-әсә һәм ике бәлиғ булмаған ике бала өсөн барып-ҡайтыу хаҡын конкурсты ойоштороусылар түләһә, ике өлкән ҡыҙға юл, йәшәү һәм туҡланыу сығымын тулыһынса Стәрлетамаҡ районы хакимиәте ҡапланы.