Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Октября 2023, 10:00

Стәрлетамаҡта «шайморатовсылар» кластары аллеяһына нигеҙ һалынды

Стәрлетамаҡта башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе «шайморатовсылар» кластары менән сара үткәрҙе.

Стәрлетамаҡта «шайморатовсылар» кластары аллеяһына нигеҙ һалындыСтәрлетамаҡта «шайморатовсылар» кластары аллеяһына нигеҙ һалынды
Стәрлетамаҡта «шайморатовсылар» кластары аллеяһына нигеҙ һалынды

Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла йәш «шайморатовсылар» сараның абруйлы ҡунаҡтары менән бергә шыршы ултыртты, шул рәүешле «шайморатовсылар» кластары аллеяһына нигеҙ һалынды, тип хәбәр итә ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Ошонда уҡ махсус хәрби операция яугирҙәре гимназияның «шайморатовсылар» кластары уҡыусыларына легендар комдив, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов дошманға ҡаршы алышып һәләк булған ерҙең тупрағы һалынған капсула тапшырҙы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-19/bash-ortostanda-shaymoratovsylar-klastary-alleya-yna-nige-alyndy-3484493

 

Автор:
Читайте нас