Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Октябрь 2023, 07:07

Республикала лимитһыҙ юл йөрөү билеттары барлыҡҡа килә

Башҡортостанда 30, 60 һәм 90 көнлөк, шулай уҡ файҙаланыу ваҡыты буйынса лимитһыҙ юл йөрөү билеттары индерелә. 

Республикала лимитһыҙ юл йөрөү билеттары барлыҡҡа киләРеспубликала лимитһыҙ юл йөрөү билеттары барлыҡҡа килә
Республикала лимитһыҙ юл йөрөү билеттары барлыҡҡа килә

«Ъ-Өфө» ойошторған эксперттар фекер алышыуында «Башҡортостан социаль карталар регистры»ның генераль директоры урынбаҫары Олег Романов ошо турала белдерҙе.

Билеттарҙы «Башавтотранс» һата. Пассажирҙар өсөн экономия тарифҡа ҡарап 100 һумдан 700 һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Лимитһыҙ юл йөрөү хаҡы 1700 һумға төшә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан республикала тәүге тапҡыр йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәре өсөн «Алға» транспорт картаһы эшләй башланы. Юл хаҡын банк картаһы менән дә түләргә мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-20/respublikala-limit-y-yul-y-r-bilettary-barly-a-kil-3486350

 

Автор:
Читайте нас