Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Октября 2023, 05:20

Көйөргәҙе районынан лаборант үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды

Көйөргәҙе районының Ермолаевка поликлиникаһы лаборанты, Шабағыш ауыл советы депутаты үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте, ул медицина ротаһына шәфҡәт туташы булып яҙылды, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. Алғы һыҙыҡта уның позывнойы - «Гюрза». Өйҙә ҡатынды өс балаһы көтә. Яңыраҡ бер улы армиянан ҡайтҡан. Төпсөк ҡыҙы юғары кластарҙа уҡый.

Көйөргәҙе районынан лаборант үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлландыКөйөргәҙе районынан лаборант үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды
Көйөргәҙе районынан лаборант үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды

«Махсус хәрби операция баштан уҡ уға тынғы бирмәй. Шуны яҡшы белә: махсус хәрби операция зонаһында уның ярҙамына мохтаждар күп, шуға күрә контракт төҙөп, яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарырға юлланды. Балалары әсәйҙәренең ҡыйыу ҡарарын хуплай. Көс һәм сабырлыҡ һеҙгә, хөрмәтле «Гюрза»! Батырлығығыҙ өсөн рәхмәт! Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!» - тип яҙҙы Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы социаль селтәрҙә.

Яңыраҡ Стәрлетамаҡтан өс ҡатын-ҡыҙҙың контрактҡа ҡул ҡуйып, медрота составында махсус хәрби операцияға юлланыуын хәбәр иткәйнек.

Автор:
Читайте нас