Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Октябрь 2023, 03:20

Ельцин бүләк иткән “Чайка” тарихы

Александр Бабнищев йәштән автомобиль донъяһын үҙ итә ...1990 йыл. Август... Ил етди сәйәси ваҡиғалар кисерә. Шул осорҙа Башҡортостанға РСФСР-ҙың Юғары Советы рәйесе Борис Ельцин килеп төшә. Ил етәксеһе, оло быуын хәтерләй, күп ҡала-райондарҙа була. Шул иҫәптән ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына ла килә. Нәҡ ошо осрашыуҙан һуң ҡалаға Мәскәүҙән, Хөкүмәттән “Чайка” автомобиле ебәрәләр. Был тарихты йәш быуын белеп тә бөтмәйҙер, әммә ул саҡта әлегеләй бүләктәр үҙе бер ҙур ваҡиға була. Кемгә был автомобиль бүләк ителгән, ни өсөн – ошо хаҡта уның әлеге хужаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “Филком” автомобилдәр һатыу үҙәге ойоштороусыһы, башҡарыусы директоры, ҡала Советы депутаты Александр Бабнищев һөйләй. Әйткәндәй, Александр Владимирович автомобилдәр донъяһын әле бала саҡтан үҙ итә. Был һөйөүҙе уға атаһы һала, шул иҫәптән хеҙмәт ҡәҙерен белергә лә өйрәтә. Форсаттан файҙаланып, ғүмерен автомобиль һатыу, ремонтлау, коллекциялауға арнаған белгес менән автомобиль сәнғәте, ошо өлкәгә ҡағылышлы үҙгәрештәр, тарих тураһында ла һүҙ алып барҙыҡ.

Ельцин бүләк иткән “Чайка” тарихыЕльцин бүләк иткән “Чайка” тарихы
Ельцин бүләк иткән “Чайка” тарихы

Ҡалалағы тәүге автомобиль салоны

– Александр Владимирович, һүҙҙе автомобиль донъяһына ҡыҙыҡһыныу шишмәһенән башлап китһәк, дөрөҫөрәк булыр.

– Мин генәме ни, бала саҡта ниндәй малай шофер, осоусы булыр-ға хыялланмаһын, әҙерәк танауға “тимер еҫе” инә башлау менән, ҡалала йәшәйһеңме, ауылдамы – мөһим түгел, һәр малай мотлаҡ мотоцикл ҡутарып ҡарай, йә булмаһа, атаһының, ағаһының, еҙнәһенең, һис тә булмаһа, күршеһенең машинаһы тирәләй урала. Тәүге тапҡыр рулгә ултырыу, тәүге тапҡыр техника йүнәтеп ҡарау, ҡыҙҙы тәүге тапҡыр үбеп ҡараған һымаҡ, ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бит ул.

Үҙем тәүге тапҡыр атайымдың “Копейка”һының руле артына улты-рып ҡараным, ун алты йәштәр самаһы булғандыр, уға тиклем автомобилдәр донъяһын арыу ғына белә инем инде. Шуға күршелә йәшәүсе ағайҙарға йә тәгәрмәсен йүнәтештем, йә хатта моторҙарын да ҡарап бирә инем һәм, әйтергә кәрәк, улар ябай кеше түгел ине – күптәре ҡалала етәксе булып эшләйҙәр. Талап юғары ҡуйыла, ышанысты аҡларға кәрәк.

Атайым йәшләй генә мәрхүм булды, ул да ғүмере буйы етәксе булып эшләне, әммә шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә, эш тип кенә янмай, ғаиләһенә ваҡыт бүлде, мине автомобиль йүнәтергә, автомобиль яратырға өйрәтеп өлгөрҙө. Атай мәрхүм булғас, “Копейка”һы миңә ҡалды. Шулай итеп, тәүге машинам – “Жигули” ине ул.

Институттан һуң хеҙмәт юлымды слесарь булып башлау ҙа шуға осраҡлы булмағандыр тип уйлайым – “машина ене” күңелдә көсәйгәндән -көсәйә генә барҙы. Өс айҙан һуң автомобилде хеҙмәтләндереү буйын-са инженер итеп, артабан директор урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләттеләр.

Алты йылдан һуң илдә баҙар иҡтисады башланды һәм институт, тормоштағы остаздарымдың кәңәш итеүе буйынса ҡалала ғына түгел, республикала беренселәр-ҙән булып автомобиль һатыу, хеҙмәтләндереү һәм йөк, пассажирҙар ташыу буйынса кооператив астым. Хәйер, был тармаҡ ҡына түгел, Рәсәйгә, ғөмүмән, бизнес тигән төшөнсә саҡ килеп ингәйне.

Әлбиттә, бер кем дә автомобилдәр паркы ла, кәрәкле ҡорамалдар ҙа һәм өйрәтелгән штат та әҙерләп ҡуймағайны. Урындағы заводтың ҡуртымға бирелгән 300 квадрат метр бинаһында яйлап, башта бер нисә автомобиль йүнәтеп, бер нисә йөк ташып башланыҡ.

Башланыҡ тимен, сөнки бергә коллектив туплап, шул коллектив менән бергә үҫештек, күптәр әле лә бергә эшләй. Баҙар шарттарын өйрәнеү, уларға яраҡлашыу буйынса өлкән, тәжрибәле дуҫтарым, уҡытыусыларым өйрәтһә, техник яҡтан нигеҙҙе йәш саҡтан нәҡ әлеге ағайҙарға машиналарын йүнәтеүсе слесарь тәжрибәһе тәшкил итте. Әлбиттә, бер кем дә юлға сығарып ҡуймай тормошта, кешегә ярҙам итһәң, уға кәрәк саҡта иңенде ҡуя белһәң, ышаныс арта. Минең осраҡта ла ҡасандыр бушлай тиерлек күрһәткән хеҙмәтем, ваҡыты еткәс, үҙ емешен бирҙе – саҡ бөрөлөнә генә башлаған бизнес тигән донъяла эш башлауҙа күптәрҙең ярҙамы тейҙе. Ошондай тәжрибә хаҡында йәш быуынға гелән әйтә киләм: эшләгәнең кеше өсөн булһа – өйрәнгәнең үҙең өсөн. Бөгөнгө ярҙамың йылдар үткәс әйләнеп ҡайта барыбер! Айырыуса тормошомда ҡалабыҙҙы оҙаҡ йылдар етәкләгән Спартак Ғәли улы Әхмәтовҡа ҙур рәхмәт белдерәм, бурыстар ҙа ҡуйҙы, һөҙөмтәләр ҙә талап итте, шул уҡ ваҡытта, кәрәк саҡта предприятиены күтәреү буйынса ярҙам да итә белде.

Новатор булыу еңелме?

– Һеҙ, тимәк, автомобилдәр ремонтлау, һатыу буйынса бизнес өлкәһендә ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә новатор булғанһығыҙ?

– Ул саҡтарҙа ҡалала ике генә автосервис – береһе беҙ, икенсеһе – дәүләттеке (муниципаль), эш күп, заказдар күп. Шул уҡ ваҡытта һалым өлкәһендә камиллашыу алда әле, туҡһанынсы йылдарҙағы енәйәти ойошмалар... барыһын да үтеп сығырға тура килде.

Башта автосервиста эшләһәк, тора-бара ҡуртымға ун йөк машинаһы алдым һәм водителдәр яллап, улар төрлө карьерҙа, заводта эшләнеләр – был иһә өҫтәмә килем булып торҙо.

Бер аҙҙан миңә “Автоваз” урындағы дилер-һатыусы үҙәк булырға тигән тәҡдим яһаны. Шул мәлдән яңы тормош этабы, яңы йүнәлеш башланды. Ошо кооперативта тәүге машиналарымды һаттым да инде. “Шестерка”лар, “Девятка”лар... Ҡыҙыҡ та, килемле лә ине.

Был эш тә алға киткәс, 1996 йылда Мәскәүҙә тәжрибә тупланым. Ошо уҡ йылда ҡалабыҙҙың легендар мэры Спартак Әхмәтов урындағы автосервис предприятиеһына директор итеп тәғәйенләне.

Сер түгел, предприятиеға эшкә килгәндә емерелеп барған бина, һыу, йылылыҡ, эш хаҡы өсөн бурыстар ҡаршы алды. Хәйер, ул йылдарҙа тотош ил кимәлендә лә хәлдәр шәптән түгел ине шул. Бер нисә айҙа предприятие бурыстарҙы тулыһынса ҡаплай алды, яңы үҫеш китте, автомобилдәрҙе ремонтлап ҡына ҡалманыҡ, ә һата ла башланыҡ, йәнә “Автоваз”дың вәкиле булдыҡ. Предприятиены күтәрергә кооперативта алған тәжрибәм ныҡ ярҙам итте, ә бына үҙемдең бизнесты һаҡлап ҡалып булманы – ҡатыным ике улымды тәрбиәләүҙе һайланы, үҙем өлгөрмәнем. Быға үкенмәйем, улдарыбыҙ яҡшы тәрбиә алып, береһе осоусы, икенсеһе бизнесмен булып китте.

Улай ғына ла түгел, автомобилдәргә техник контроль үткәреү (техник торошон тикшереү) буйынса яңы закон сыҡҡас, ЮХХДИ үтенесе буйынса, Стәрлетамаҡта республикала пункт астыҡ. Бының өсөн махсус рәүештә ҡорамалдар алып ҡайттыҡ. Бөтә ҡала машиналарын (ул саҡта ҡалала 30 меңдән ашыу еңел автомобиль бар ине инде) хеҙмәтләндерҙек. Аҙаҡ ошондай үҙәкте Салауат ҡалаһында ла булдырҙыҡ. Беҙҙең магазин-салондарҙа, “Лада”лар менән бер рәттән, сит ил автомобилдәре лә барлыҡҡа килде.

Ул саҡта ҡалала “Форд”тарҙы һатыу буйынса ла салон асырға тигән йөкләмә алдыҡ һәм, килешеү нигеҙендә, бер нисә ай эсендә талаптарға ярашлы итеп эште көйләргә кәрәк ине. Әйткәндәй, был мәлдә илдә әлеге компания автомобилдәрен һатыусы йөҙҙән ашыу үҙәк эшләй ине. Заманына күрә ҙур ваҡиға ине, төрлө ҡала етәкселәре, депутаттар, Хөкүмәт вәкилдәре килде.

Шул йылдарҙа йәнә флагман булып, ҡалала республикала яңы йүнәлеш барлыҡҡа килтереп, иҫерек водителдәрҙең, аварияға осраған, башҡа юл ҡағиҙәләрен боҙған автоһәүәҫкәрҙәрҙең автомобилдәрен урынлашлатырыусы туҡталҡа (штрафстоянка) астыҡ. Был, әлбиттә, йәнә ЮХХДИ йөкләмәһе буйынса башҡарылған эш ине. Эвакуаторҙар алырға, диспетчерлыҡ хеҙмәте булдырырға тура килде. Әйтергә кәрәк, шул мәлдән алып иҫерек водителдәргә бәйле авариялар һаны, ғөмүмән, руль артында эскән килеш йөрөүселәр күренеше лә, юлда башҡа төр закон боҙоуҙар ҙа кәмене.

Шулай предприятие төрлө йүнәлештә үҫте һәм акционер йәмғиәте булып, был мәлгә, заман талабына ярашлы, унда 300-ҙән ашыу кеше эшләй ине инде. Бынан егерме, егерме биш йыл элек кемдәр руль артында йөрөгән, күптәр хеҙмәтләндереү, һатып алыу буйынса беҙҙең компания аша үтте. Йылдар дауамында тупланған абруй беҙгә төрлө эре банктарҙың, Эске эштәр министрлығы башҡа күп төр дәүләт хеҙмәте автомобилдәрен хеҙмәтләндерергә лә ярҙам итә. Атап әйткәндә, оборона заказы буйынса ла эшләйбеҙ.

Заманалар үҙгәреп тора, Көнбайыш брендтары автомобиль баҙарынан китә башланы. Улар урынын 2015 йылда Ҡытай автоиндустрияһы яуланы. Хәйер, быға тиклем дә “Чери”, “Хавел” һымаҡ машиналарҙы һата инек инде. Әйтергә кәрәк, уларҙың ҡайһыһылыр

Ҡытайҙан килтерелһә, ҡайһыһылыр үҙебеҙҙең илдә йыйыла. Хәҙер ун йыл самаһы тик Көнсығыш автомобилдәрен генә һатабыҙ.

Беҙгә лә шулай алға китергә кәрәк!

– Ысынлап та, һуңғы арала Ҡытай автомобилдәре төп тауарға әйләнде тиһәк тә була. Был автомобилдәрҙе һатыусы булараҡ, һеҙҙең эш алға киткәндер? Конкуренция юҡ бит.

– Юҡ шул. Киреһенсә, конкуренция артты ғына, сөнки элек Көнбайыш автомобилдәре менән сауҙа итеүсе салондар хәҙер барыһы ла Ҡытай машиналарына күсте, шуға кешеләрҙең дә һайлау мөмкинлеге артты, автомобилдәр биреүсе Ҡытай компаниялары ла вәкиллектәрен һайлап ҡына ала. Мәҫәлән, йылына 500-ҙән кәм машина һатырға ярамай, ай һаын салон биҙәлеше, һаҡлау, ремонтлау урындары яңырып торорға тейеш. Әлегә бирешмәйбеҙ, талаптар үтәлә, бының өсөн абруй ҙа бар, команда ла яҡшы.

– Ҡытай автомобиле тиһәк, кешеләрҙә ниндәйҙер икеләнеү бар ине элек. Хәҙер нисек?

– Әйтегә кәрәк, хаҡына ҡарағанда ла, яңы алымдар буйынса ла бөгөнгө көндә Ҡытай автомобилдәре сифаты яҡшы кимәлдә. Ошо тиклем брендтар булдырып, минеңсә, халыҡты алдау дөрөҫ булмаҫ ине бит.

Эйе, Ҡытай автомобиль индустрияһы үҫешә, шул уҡ ваҡытта беҙгә лә тик ятырға ярамай. Улар һымаҡ электромобиль, яңы төр машиналар сығарырға кәрәк. Әлбиттә, боҙ ҡуҙғалды, әммә нәҡ әлеге мәлдә беҙ күп аҙымға алға һикерә алабыҙ. Әйтергә кәрәк, бының өсөн беҙҙең фән дә юғары кимәлдә, сеймал да етерлек, ойоштороп алып китергә генә кәрәк. Ә бит заманында ниндәй көслө заводтар бар ине. Мәҫәлән, үҙебеҙҙә, Бәләбәйҙә етештерелгән деталдәр заводы һәм башҡалар... Шуныһы бигерәк тә үкенесле: Совет иле тарҡалыу менән был деталдәр, проекттар сүплеккә ырғытылды, ә унан алда Көнбайыш илдәре урланы, һатып алды һәм башҡалар. Минеңсә, автомобиль сәнәғәтенең дә, ғөмүмән, илебеҙҙең дә нәҡ күтәрелеш мәле булырға тейеш.
Уйлай китһәк, миндә һаҡланған “Чайка” ла ниндәй юғары кимәлдәге автомобиль булған бит!

Бөтә деталдәре төҙөк булған тормош ҡына алға бара

– “Чайка” тигәндән, ошо машина, ошо ваҡиға тарихына, һеҙҙең бындай ҡыҙыҡ-һыныуҙарығыҙға туҡталайыҡтыр хәҙер.

– Автомобиль өлкәһе яҡын булғас, ҡыҙыҡһыныуҙарым да ошоға бәйле. Әлбиттә, бөтә төр автомобилдәрҙе лә йыйырға тигән маҡсат ҡуймайым, “Победа” машинаһы тураһында хыялланам, әммә миңә оҡшағанын әлегә тапманым. Миңә ҡалһа, машинала 90 процент үҙ деталдәре торорға тейеш, шул саҡта ғына ул үҙенсәлекле була. Ә инде интернеттағы иғландарҙың күбеһендә – һөлдәһе генә совет автомобиле.

1987 йылда сыҡҡан был “Чайка” тарихына килгәндә, ул саҡта Борис Ельцин етәкселәр менән генә осрашманы, заводтарға барҙы, проблемалы объекттарҙы ҡараны, халыҡ менән аралашты. Шул осрашыу мәлендә кемдер уға ҡалала туйҙа йөрөр өсөн матур автомобиль юҡлығы тураһында әйткән. Һайлауҙар алды, вәғәҙә – иман. Күп тә үтмәне, Стәрлетамаҡҡа Мәскәүҙән, Хөкүмәттә йөрөгән (бәлки иң юғары етәкселәр ҙә йөрөгәндер) лимузин килеп төштө. Башта хакимиәткә хеҙмәт итһә, аҙаҡ ул ысынлап та урындағы паркка тапшырылып, туйҙар йөрөттө. Мин һатып алырға теләгәндә сифаты насарайған ине инде, шуға күп кенә үҙенсәлекле (оригиналь) запас частар эҙләргә, тергеҙергә тура килде.

Әле совет заманында уҡ шундай текә автомобиль булғанына иҫең китерлек, теләк булғанда, ябай халыҡ өсөн дә шундай яҡшы сифатлы машина сығара алғандар ҙа бит... Йомшаҡ ҡына тормоз, электр көсәйткесле руль, быялалары ла шулай уҡ электр көсәйткес ярҙамында асыла, кондиционер, нығытылған төп (салон аҫты) һәм башҡа уңайлыҡтар бар унда. Тик хәүефһеҙлек ҡайыштары ғына юҡ.

Әйткәндәй, ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә уны махсус цехта ни бары өс меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ данала сығарып өлгөргәндәр. Шуларҙың береһе минең гаражда булыуы, улай ғына ла түгел, ҡасандыр ил етәксеһе үҙе бүләк итеүе күңелгә ниндәйҙер ләззәт бирә. Был тойғоно автомобиль яратыусылар аңлар.

– Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ башҡарған эштәрегеҙ, миллион һумдарға торошло проект-тарығыҙ тураһында ла һүҙ алып барһаҡ, күңелегеҙ һирәк автомобилдәр туплап ҡына ләззәт кисермәй.

– Әлбиттә, әйтеп үтеүемсә, йәш саҡтан кешегә мөмкин тиклем ярҙам итергә ашҡынып йәшәйем, ул изгелек бер булмаһа барыбер берәй ваҡыт шулай уҡ изгелек булып, һаулыҡ сүрәтендә әйләнеп ҡайта. Хәйер, һүҙем маҡсатым ул да түгел. Миңә кешеләргә ярҙам итеү оҡшай. Әлбиттә, дауаханаларға, хәрби комиссариатҡа тулыһынса ремонт эштәре, спортсыларға ярҙам итеү... һанай китһәң күп инде. Заманында хатта ҡала предприятиеларының иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәренә автомобиль дә бүләк итә торғайныҡ. Әммә ундай эштәргә артыҡ иғтибар йүнәлтергә тырышмайым. Минеңсә, һәр кем кемгә лә булһа ярҙам итеп йәшәргә тейеш, әгәр юлда кемдер ватылған икән, мотлаҡ туҡта, йүнәтеш, автомобилен һөйрәт, яғыулыҡ бир. Сөнки ҡасан да булһа һин үҙең дә шул хәлгә ҡалыуың ихтимал. Тормош ҡоролошо үҙе лә автомобиль һымаҡ бит, бөтә деталдәре төҙөк, камил булғанда һәм бер бөтөн булып эшләгәндә генә алға бара...

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һөнәри бай-рамығыҙ менән ҡотлап, уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.
Фото әңгәмәсенең шәхси архивынан алынды.

Ельцин бүләк иткән “Чайка” тарихы
Ельцин бүләк иткән “Чайка” тарихы
Автор:
Читайте нас