Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Ноября 2023, 14:00

Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...

Бала саҡтың мәктәпкәсә йәшендә һәр баланың тормошонда хис-тойғолары ҡайнай. Ә бына өс йәштәгеләрҙә психологик йәһәттән ауырлыҡтар арауығы йәки өс йәш көрсөгө башлана. Был ваҡытта бала бөтә нәмәне лә үҙаллы эшләргә тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был башланғыстар һәр ваҡытта ла уңышлы тамамланмай, шуға өлкәндәрҙең ярҙамы кәрәк була.

Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...
Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...

Бындай һындырышлы ваҡытта эмоциональ ҡабыныу, кире эмоцияләр күҙәтелә. Ошо мәлдә өлкәндәр уларға төп терәк, ярҙамсы була алһа, бала уға ышана, оҡшарға тырышыу нигеҙе барлыҡҡа килә.

Был ваҡытта иғтибар ныҡлы булмай әле. Ул уйнаясаҡ һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған нәмә менән генә мауығасаҡ. Шуға бәләкәй йәштәге балаларҙы әүрәтеү еңелерәк. Әгәр баланың күңелен яулап ала алһағыҙ, ниндәй генә тиҫкәре бала булмаһын, ул ыңғайға күсәсәк.

Шулай балала буласаҡ шәхестең тәүге сифаттары күренә башлай, йәғни ышаныусанлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ.

Шул уҡ ваҡытта балаға күберәк ирек – үҙаллылыҡ бирергә кәрәк. Үҙе булдыра алғанды уның өсөн эшләмәү хәйерлерәк. Мәктәпкәсә йәшкә баланың эмоциональ донъяһы байыраҡ һәм төрлөрәк була бара, ә иң мөһиме – нығына. Өлкәндәр менән балалар араһындағы ышаныслы мөнәсәбәт – киләһе быуындың уңыш нигеҙе булып тора

Резеда ХӘКИМОВА, 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Автор фотоһы.

Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...
Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...
Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...
Бала күңелен яулап ала алһағыҙ...
Автор:
Читайте нас