

Киләһе йылда предприятие тарафынан етештерелгән продукция күләме 1,6 тапҡырға артасаҡ, тип күҙаллана. Сериялы етештереү күләме арта, хәрби, граждандар һәм транспорт авиацияһы, вертолет һәм индустрия двигателдәре йүнәлештәре буйынса яңы изделиелар эшләү мөмкинлеге үҙләштерелә.
– Беҙ 2028 йылға тиклем заказдар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ, шуға күрә коллективҡа тәжрибәле һәм бөтөнләй тәжрибәһе булмаған белгестәрҙе лә ҡабул итергә әҙербеҙ, һуңғыларын үҙебеҙҙең үҙәктә уҡытасаҡбыҙ, – тине компанияның идарасы директоры Евгений Семивеличенко.
1. Тәү сиратта ниндәй белгестәр һәм күпме күләмдә талап ителә?
Киң профилле станоксылар – 900 кешенән ашыу.
Һанлы программа менән идара ителгән станок операторҙары – 700 кешенән ашыу.
Механик йыйыу эштәре слесарҙары – 600 кешенән ашыу.
Контролерҙар – 300 кешенән ашыу.
Шулай уҡ токарҙәр, фрезеров-калаусылар, шлифовкалаусылар, бы- раулаусылар, ҡойоусылар һәм башҡа белгестәргә ихтыяж бар.
2. Нисә һум түләйҙәр?
Хеҙмәт хаҡы квалификацияға һәм эш күләменә бәйле. Мәҫәлән, алтынсы разрядлы эшсе һигеҙ сәғәтлек хеҙмәт көнө алымында 100 мең һум ала. Билдәләнгәндән артыҡ эш күләме өсөн предприятие икеләтә түләй. Шулай уҡ социаль пакетҡа туҡланыу өсөн дотация (комплекслы төшкө аштың 80 процентҡа тиң суммаһы) инә, хеҙмәткәрҙәрҙе предприятиеға һәм өйҙәренә махсус транспортта йөрөтөү ойошторолған.
Вахта автобустары Өфө буйынса, шулай уҡ Шаҡша, Иглин һәм Благовещенға йөрөй.
Берекмә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡының кимәлен Себергә йөрөгән вахтасыларҙыҡы менән сағыштырырға мөмкин. Был осраҡта иң ҙур өҫтөнлөк – әллә ҡайҙа алыҫҡа йөрөп эшләргә кәрәкмәй. Өҫтөнлөктөң асылы бына тағы нимәлә:
сменалар араһында эштән туҡтап тормайһың;
100 мең һумға торошло хеҙмәт хаҡы айына икегә бүлеп даими түләнә;
эшкә урынлашыу ҡәтғи рәүештә РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы ойошторола: отпусктар, ауырыу сәбәпле эшкә яраҡһыҙ булған осорҙар түләнә, пенсия, медицина һәм социаль страховкалау фондтарына иғәнәләр күсерелә;
ғаиләгеҙҙән ваҡытлыса айырылмайһығыҙ, йәғни һәр ваҡыт бергә булып, балаларығыҙҙың үҫкәнен күрәһегеҙ;
климат шарттары үҙгәреү, алыҫ араға йөрөү, осоу көсөргәнеше кисермәйһегеҙ.
3. Өфөгә күсергә тура килһә, ҡайҙа йәшәргә?
Республиканың төрлө мөйөштәре- нән эшселәр йәлеп итеү өсөн Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе торлаҡҡа ҡағылышлы бер нисә төрлө ярҙам сараһы булдырҙы. Мәҫәлән, заводтың ятағынан бүлмә алырға мөмкин. Ҡуртымға фатир алһағыҙ, предприятие уның бер өлөшөн – 13 мең һумын түләй. 200 мең һум күләмендә процентһыҙ займ алыу мөмкинлеге бар, уны ипотеканың бер өлөшөн ҡаплауға тотона йәки фатир һатып алыуға тәүге иғәнәгә ҡуша алаһығыҙ.
– Шулай уҡ беҙҙең предприятие Инорс биҫтәһендә күп фатирлы йорт төҙөргә ҡарар итте, – ти Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе етәксеһе Евгений Семивеличенко. – Ул 2025 йылда сафҡа индереләсәк. Был йорттағы фатирҙар һәм бүлмәләр беҙҙең эшселәргә һәм предприятиеға эшкә килергә ҡарар иткән Производство-уҡыу үҙәгендә уҡыусыларға ҡуртымға биреләсәк. Торлаҡ өсөн ҡуртым сығымдарын завод үҙ өҫтөнә ала.
4. Теләк бар, әммә тейешле белгеслеккә эйә түгелмен. Нимә эшләргә?
Эш эҙләүсенең тәжрибәһе, тейешле белеме, таныҡлығы булмауы предприятие өсөн проблема түгел. Бында квалификациялы эшселәрҙе генә түгел, тейешле һөнәргә эйә булмағандарҙы, хеҙмәт йүнәлешен алмаштырырға теләгәндәрҙе лә ҡабул итәләр. Барыһына ла үҙҙәре өйрәтә. Предприятие биләмәһендә производство-уҡыу үҙәге урынлашҡан, унда мастерҙар производствола кәрәкле барлыҡ һөнәрҙәргә уҡыта. Мәҫәлән, 4-10 айҙа токарь, фрезеровкалаусы, шлифовкалаусы, быраулаусы һәм башҡа һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин.
Әгәр уҡыуға ике йыл ваҡытығыҙҙы бүлергә әҙер булһағыҙ, бер юлы биш һөнәргә эйә була алаһығыҙ (мультиквалификация): киң профилле станоксы (токарь, фрезеровкалаусы, шлифовкалаусы, быраулаусы), һанлы программа менән идара ителгән станок операторҙары, программа менән идара ителгән станок һәм манипуляторҙарҙы көйләүсе, станок һәм слесарь эштәре контролеры.
Уҡытыу йыһазландырылған лабо- раторияларҙа алып барыла, заманса станоктар ҡулланыла. Белем алыу өс өлөшкә бүленә: аныҡ һөнәр буйынса теория, производство-уҡыу үҙәгендә уҡыу практикаһы һәм цехта стажировка үтеү. Уҡыусыларға 36 мең һум күләмдә стипендия түләнә, бушлай туҡланыу ҡаралған һәм ятаҡтан урын бирелә. Юғары белем алырға теләүселәр Өфө фән һәм технологиялар университетының Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ҡарамағындағы көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу факультетында уҡый йәки маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Өфө вуздарына инә ала.
5. Бушлай уҡыуға нисек эләгергә?
Был осраҡта айырым талаптар бар: йәшегеҙҙең 18-ҙән 45-кә тиклем булыуы, урта, тулы/урта һөнәри белем.
Әгәр ошо талаптар һеҙгә тура килә икән, umporabota.ru сайтына ғариза ебәрегеҙ йәки 8 (347) 239-56-95, 8-919-600-28-14 телефондары буйынса шылтыратығыҙ. Уҡыуҙы тамам- лаған һәр кем мотлаҡ эшкә алына.
«Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» – Рәсәйҙә авиация двигателдәре етештереү буйынса эре предприятие. Ул «Ростех»дәүләт корпорацияһының Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы составына инә. Әлеге ваҡытта бында 24 меңдән ашыу кеше эшләй.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.