

«Һуңғы ике йылда башҡорт һылыуҡайҙары ышаныслы рәүештә Мәскәүҙә һәм Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары тажын яулай», - ти Башҡортостанда милли гүзәллек конкурстары директоры һәм Мәскәүҙә WAF конкурстарының рәсми вәкиле Айгөл Үтәгәнова.
Ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙ Өфөгә төрлө конкурстарҙан алты таж менән ҡайтты:
«Берҙәмлек һылыуҡайы» - Йәсмин Зәйетова (гран-при) һәм Ангелина Баркутова (1-се урын);
«Берҙәмлек һылыуҡайы» (балалар араһында ) - Самира Вәхитова (1-се урын);
«Мисс Азия» - Камилла Әпсәләмова (1-се урын);
«Little Донъя һылыуҡайы» - 4 йәшлек Кира Әпсәләмова;
«Мисс Европа» - Зарина Йәнбирҙина (гран-при).
Өфөнән ике ҡыҙ «Мисс донъя» халыҡ-ара конкурсына кастингты үтте һәм 111 ҡатнашыусынан егерме ҡыҙ иҫәбенә Зарина Йәнбирҙина һайлап алынды. Ҡыҙҙарға дизайнерҙар тажы, бүләктәр һәм 2024 йылда халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыу өсөн сертификаттар тапшырылды.