Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2023, 10:10

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары раҫланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаларын раҫлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Йәмәғәт палатаһы сайтында. Етенсе составтың яңыртылған  исемлегенә Рәсәй һәм төбәк-ара йәмәғәт ойошмаларының төбәк бүлексәләре тәҡдим иткән кандидатуралар инде.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары раҫландыБашҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары раҫланды
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары раҫланды

Палата составында Ынйы Әхмәҙуллина, Ильяс Батыргәрәев, Владимир Волков, Дмитрий Глушко, Лида Иҫәргәкова, Альбина Ҡасимханова, Эльвира Мацкевич, Рәмил Рәхимов, Антон Теплов, Светлана Туразянова бар. Бынан алдараҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы йәмәғәт палатаһының 10 ағзаһын раҫланы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Улар палатаның башҡа ағзаларының (шулай уҡ 10 кеше) кандидатураһын бергәләп билдәләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәре ваҡыты 15 декабрҙә тамамлана.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-03/bash-ortostan-y-m-t-palata-yny-ya-y-a-zalary-ra-landy-3505958

 

Автор:
Читайте нас