Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2023, 10:10

БУЛАТ ҒАФАРОВТЫҢ ПЕДАГОГИК ҠАРАШТАРЫ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа уның хеҙмәте ҙур

Хөрмәтле остазыбыҙ Булат Баҡый улы Ғафаровтың фән өҫтөндә эшләүе, мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда башҡорт әҙәбиәте уҡытыуҙы профессиональ кимәлгә күтәреүе ХХ быуат аҙағына тура килде. Оло ғалим уҡытыу һәм тәрбиәгә заманса талаптар яҡтылығында йәшәне һәм ғүмеренең ахырынаса туған телебеҙгә, туған мәғрифәткә арымай-талмай хеҙмәт итте.

БУЛАТ ҒАФАРОВТЫҢ ПЕДАГОГИК ҠАРАШТАРЫ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа уның хеҙмәте ҙурБУЛАТ ҒАФАРОВТЫҢ ПЕДАГОГИК ҠАРАШТАРЫ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа уның хеҙмәте ҙур
БУЛАТ ҒАФАРОВТЫҢ ПЕДАГОГИК ҠАРАШТАРЫ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа уның хеҙмәте ҙур

Милли үҙаң тәрбиәләү уҡытыуға тоташа

ХХ быуатта донъяны танып-белеү сараһы булараҡ өйрәнеү өлкәһендә бик мөһим үҙгәрештәр күҙәтелде. Улар академик В.Гумбольд, А.А.Потебня һ.б. хеҙмәттәре менән бәйле. Был – телде билдәле халыҡ культураһының коды итеп ҡарау. Тел күренештәре аша халыҡтың фекерләү ҡеүәһе, донъяға ҡараштары өйрәнелә. “Минең фекерләүемдең сиге туған телем сиктәре менән тигеҙ”, – ти был хаҡта В. Гумбольд. Тимәк, тел өйрәнеү – грамматик ҡағиҙәләрҙе генә түгел, ә мил-ли үҙенсәлектәребеҙҙе, характерыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрәнеү, уның туған телдең беҙгә генетик кимәлдә йоғонто яһауы. Беҙ бөгөн ижади һәм ғилми мираҫын хөрмәтләп иҫкә алырға йыйынған ғалим-методист Булат Ғафаров милли үҙаң тәрбиәләү кеүек етди мәсьәләнең туған тел уҡытыуға барып тоташыуын иң алда таныған, йәмәғәтселектең бөтә иғтибары ошо даирәгә йүнәлтелергә тейешлеген аңлап, юғары мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары әҙерлекле кадрҙар, уҡытыусылар әҙерләүгә бар ғүмерен арнаны. Бөгөн бөтә республикала туған тел, әҙәбиәт уҡытыу өлкәһендә бик күп ыңғай күренештәрҙе күҙәтергә була икән, быны Булат Баҡый улының, башҡа юғары һәм урта мәктәп уҡытыусыларының, шул иҫәптән уның шәкерттәренең дә тырыш хеҙмәте емеше тип баһаларға кәрәк.

Булат Баҡый улы Ғафаров 1938 йылдың 27 авгусында Ейәнсура районы Өмбәт ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында ете йыллыҡ, Абзанда урта мәктәп тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында белем ала. Артабан оҙаҡ ҡына йылдар мәктәптә балалар уҡыта. Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй башлауы – 1970 йылдан. Ең һыҙғанып эшләп, мәғариф өлкәһендә танылыу, абруй яулаған талантлы мәктәп уҡытыусыһына республика йәмәғәтселеге ҙур өмөттәр бағлай, ә институттың ул саҡтағы етәкселеге эшкә саҡырып ала. Был Булат Ғафаров биографияһында ҙур һынылышлы мәл була, уның артабанғы яҙмышы юғары мәктәп, филолог-уҡытыусылар әҙерләү менән бәйләнә.

Башҡорт факультеты ойоштороу башында

Булат Баҡый улының профессиональ карьераһында ошондай хәл иткес мәлдәрҙең йәнә лә береһен иҫкә алайыҡ: 1974 йылда Булат Баҡый улы, уға 36 йәш тулғанда, филология факультетының уҡыу-уҡытыу буйынса декан урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ә 1982 йылда декан итеп һайланып, институттың иң ҙур факультетына етәкселек итә башлай һәм 30 йылға яҡын юғары квалификациялы педагогик кадрҙар әҙерләү, уҡыу процесын ойоштороу эштәренә етәкселек итә. Филология факультеты, ул осорҙағы рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ғилми дәрәжәгә эйә, белемле уҡытыусылар һаны буйынса институтта иң алғы урында: С.Ә.Галин, В.А.Зарецкий, И.Е.Карпухин, Х.Ғ.Йосопов, О.М.Трахтенберг, Т.Ә.Биҡ-ҡужина, Д.С.Тикеев, Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, М.Ш.Ҡаһарманова, Л.Л.Сәмиғуллина һ.б. Бында атап кителгән һәр бер исемде республика йәмәғәтселеге яҡшы белә, юғары баһалай. Телмәр культураһы юғары, грамоталы, башҡаларҙың да ике телдә лә яҙма һәм һөйләй белеү һәләтенә талапсан Булат Баҡый улы Ғафаров был яуаплы вазифаны ғүмеренең һуңғы көндәренәсә тарта. 1997 йылда асылған башҡорт филологияһы факультетын ойоштороу эштәренең башында ла ул торҙо.

Булат Баҡый улы, етәксе булараҡ, уртала, үҙәктә, уҡытыусылар, студенттар араһында булды. Был эш, вазифа булыуға ҡарағанда, уның өсөн йәшәү мәғәнәһе ине. Юғары культуралы, белемле, егәрле шәхескә ҙур коллектив менән етәкселек итеү, масштаблы эштәр башҡарыу бик еңел кеүек тойола ине. Бәлки, фекерҙәштәре күплеге ярҙам иткәндер. Күрәһең, Булат Баҡый улы тормоштоң ҡатмарлы яҡтарын оло йөрәгенә һыйҙырып сабыр үткәрә белгән, үҙенә хас булғанса, тыныс, ипле генә итеп хәл итеү юлдарын тапҡан. Коллективтың оло хөрмәтен ҡаҙанды Б.Б.Ғафаров. Ул бынан һауаланманы ла, шул уҡ ваҡытта ваҡланып та китмәне. Баш баҫып эшләүен белде.

 

Уҡыу йылына, ҡышҡы һәм йәйге сессияларға йомғаҡ яһап сығыш яһаусы Булат Баҡый улы күҙ алдында. Ул һәр ваҡыттағыса бөхтә, йыйнаҡ, эшлекле ҡиәфәттә. Алдында – үҙ ҡулы менән матур итеп теркәгән һандар, факттар тулы ябай дәфтәр. Һалмаҡ телмәр. Айырым факттарҙы дөйөмләштерә белеү, туған коллективын ихтирам итеү, объективлыҡ, такт, дөйөм маҡсатҡа инандыра, башҡаларҙы эйәртә алыу хас ине уға.

Тәжрибәле уҡытыусылар методикаһын ихтирам итә

Б.Б. Ғафаров, мәшәҡәтле вазифаһы менән йәнәш, тиҫтәләрсә йылдар ғалимлыҡ, уҡытыусылыҡ йөгөн дә берҙәй алып барҙы. Ул был өлкәлә лә лидер булды, иң алдан юл ярҙы. Фән өлкәһендә тәүге етди артылышы 1978 йылда булғандыр: был йылды ул мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләренә арналған ғилми хеҙмәтен тамамлап, диссертация яҡлай, педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә була. 1995 йылда Б.Б. Ғафаровҡа күп яҡлы ғил-ми һәм педагогик эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан профессор дәрәжәһе бирелә.

Б.Б.Ғафаров – тиҫтәләрсә фәнни мәҡәлә, китаптар, дәреслектәр авторы. Фән донъяһы – күренекле ғалим-методист Б.Б. Ғафаров өсөн үҙенә бер мәшһүр өлкә. Булат Баҡый улы әҙәбиәтте өйрәнеү мәсьәләләрен тәрән аңлап, яратып, ябай һәм төплө итеп яҙҙы. Дәрес барышын практик күҙлектән баһалап, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәсьәләнең теоретик яҡтарын тәфсирләп аңлатыусы хеҙмәттәре бөгөн дә уҡымлы, бик тә кәрәкле хеҙмәттәр. Былар эсенә 100-ҙән ашыу мәҡәлә, 2 монография, 5 дәреслек, 16 уҡытыу-методик ҡулланма һ.б. инә. Уларҙы баҫтырып сығарыр алдынан ғалим мәктәптәрҙә әллә нисәмә асыҡ дәрестәр үткәрә, алымдарын һынап ҡарай, бүтәндәрҙең баһаһына ҡолаҡ һала, өйрәнә һәм өйрәтә. Б.Б.Ғафаров – Стәрлетамаҡ ерлегендә мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләренә арналған методик майҙан асып ебәргән, үҙ тирәһенә ижади эшләүсе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын туплап, уларҙың белемен камиллаштырыу, заманса технологияларҙы һынау, таратыу, ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнгән мәктәп уҡытыусыһы, талапсан әңгәмәсе. Ләкин тиҫтә йылдар уҡытҡан оло, тәжрибәле уҡытыусылар ҙа Булат Баҡый улы методикаһын, уның ғәйәт тәрән һәм күп яҡлы белемен ихтирам итте, уның мәктәпкә килеүен йыш көтөп алды. Б.Б.Ғафаров уҙған быуат аҙағында уҡ вуз һәм мәктәп практикаһын берләштереүҙе алға ҡуя, буласаҡ уҡытыусы – студенттарҙы практик миҫалдар, ә мәктәп уҡытыусыларының белемен яңы теоретик асыштар нигеҙендә тәрәнәйтеү өлкәһендә емешле эшләй. ХХ быуат аҙағы-ХХI быуат башында хәҙер ҙә һис кенә лә актуаллеген юғалтмаған был мәсьәләләрҙең нәҡ уртаһында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы белгесе, киң эрудициялы, абруйлы ғалим Б.Б.Ғафаров торҙо. Ул осорҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультеты республикала киң танылыу яулаған үҙенсәлекле мәҙәни, ғилми-методик үҙәккә әйләнде. Б.Б.Ғафаровтың Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары, “РСФСР-ҙың Мәғариф алдынғыһы” билдәһе, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Махсус урта һәм юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” исемдәре шулай тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр аша яулана.

Ғафаров мәктәбе дауам итә

Әҙәби әҫәрҙе Ғафаровса аңлатыуы еңел дә, уңай ҙа. Ул уҡытыусыға әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү йәһәтенән бик күп файҙалы кәңәштәрен биреп кенә ҡалмай, үҙ артынан эйәртә, әҫәрҙе анализлау өлгөләрен бирә. “Дәрес – уҡытыусының ижад емеше”, тип өйрәтә Ғафаров, шуның менән ғалим-педагог уҡытыусы шәхесен күтәрә, уға яуаплы бурыс та өҫтәй. Беҙ бөгөн белем биреү өлкәһендә иге-сиге күренмәгән реформалар заманында йәшәйбеҙ. Дәресте ябай технологик сылбыр, ә уҡытыусыны уҡыу-уҡытыу өлкәһендә ябай ойошто-роусы итеп күрергә теләгән “яңылыҡтар” уйландыра, борсоуға һала. Ғафаров ҡараштары, әлбиттә, бынан ҡырҡа айырыла. Уҡытыусының роле шәхес тәрбиәләү кеүек мөҡәддәс бурыстан ғибәрәт икәнлеген ул үҙенең китаптарында, йәшәү һәм хеҙмәт өлгөһөндә раҫланы.

Б.Б. Ғафаров белем һәм тәрбиә, милли ин-теллигенция, ауыл мәктәптәре өсөн кадрҙар әҙерләүгә бәйле мәсьәләләр хаҡында етди уйлана. Был яҡтан ул, декан булараҡ, халҡыбыҙ өсөн бик тә файҙалы эштәр башҡарған. 1997 йылда Стәрлетамаҡта башҡорт филологияһы факультеты асылыуында уның өлөшө бик ҙур. Ике белгеслеккә эйә уҡытыусыларға эш табыу ҙа, тормошҡа яраҡлашып китеү ҙә күпкә еңелерәк икәнлеген иҫтә тотоп, факультетта “башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте”, “башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих”, “башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр” буйынса ике белгеслеккә эйә уҡытыусылар әҙерләнелә башлай, был өлкәлә ҙур тәжрибә, кадрҙар туплана. Башҡорт филологияһы факультетын ойоштороу барышында Б.Б.Ғафаров унда төп ике кафедра эшләүен маҡсатҡа яраҡлы тип таба: башҡорт теле һәм әҙәбиәте (етәксеһе профессор Д.С.Тикеев), рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы (етәксеһе доцент М.Ш.Ҡаһарманова). Артабан, 2017 йылда яңы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты барлыҡҡа килгәнгә тиклем, башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте кафедралары айырым эшләне.

Б.Б.Ғафаров мәктәбен үткән, милләт киләсәгенең милли тел һәм милли мәктәп менән бәйлелеген тап остаздары рухында аңлаған юғары белемле уҡытыусылар республиканың бик күп мәктәптәрендә, шул иҫәптән үҙебеҙҙең туған факультетта ла халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында тупланған тәжрибәне байыта һәм заман талаптарына яраҡлаштыра.

 

9 ноябрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында “Заманса ҡаҙаныштар юҫығында төрки филологияһы” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Ул ғалим, профессор Булат Баҡый улы Ғафаровтың тыуыуына 85 йыл тулыуға, Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылына, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ойош-торолоуға бер йыл тулыуға арнала.


Рәйсә ИЛИШЕВА,
Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы.

Автор:
Читайте нас