

Бында ҡулланыусыларҙың хоҡуҡи белеме, тауарҙың сифаты тураһында мәғлүмәткә эйә булыуы, һатып алыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау һ.б. иҫәпкә алынған. Һәр күрһәткес буйынса юғары балл йыйып, дөйөм һөҙөмтәлә 1189 балл туплап,
Башҡортостан ышаныслы рәүештә беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында – 1066 балл менән Татарстан, өсөнсөлөктә – Ростов өлкәһе (1039 балл).
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, быйыл ғинуарҙан октябргәсә ҡулланыусыларҙың 635 ялыуы тикшерелгән, 200 дәғүә һәм ғариза тултырыуҙа ярҙам күрһәтелгән, эште судҡа тиклем ҡарап, 10 миллион һумға торошло матди зыян түләттерелгән.
Тәүге тапҡыр «Ғәҙел билдә»лә
Шулай уҡ Башҡортостан Волга буйы федераль округында «Ғәҙел билдә» системаһында теркәлгән предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар һаны буйынса ла беренсе урынға сыҡҡан.
Бынан бер нисә йыл элек хөкүмәт етештереүселәрҙән үҙ тауарҙарын маркировкалауҙы талап итә башланы. Хәҙер һәр һөт шешәһендә, сыр ҡабында, алкоголь һәм алкоголһеҙ эсемлектәрҙә, медицина тауарҙарында һәм башҡа бик күп әйберҙәрҙә куар-код күрһәтелгән бәләкәй генә билдә бар. Унда яраҡлылыҡ ваҡыты, состав, етештереүсе, ошо тауарға бәйле тарих һәм документация – төрлө сертификаттар, патенттар тураһында һәм тауарҙың ялған булмауын раҫлаған башҡа төрлө мәғлүмәттәр тупланған.
Хәҙер ярлыҡтарҙы алмаштырыу мөмкин түгел. Кодтың күсермәһен эшләп булмай, ул бары тик легаль компанияларға ғына бирелә. «Ғәҙел билдә» системаһы бына ошонан ғибәрәт. Уның ярҙамында һөткә һәм дарыуҙарға бәйле ялғанлау осраҡтары – өс тапҡырға, һөт продукцияһының яраҡлылыҡ ваҡыты сығыуы ике мәртәбәгә кәмегән.
Нимә эшләргә?
Телефонығыҙға бушлай «Ғәҙел билдә» ҡушымтаһын ҡуйып алығыҙ. Ул андроидтар һәм айфондар өсөн дә бар. Унда телефон һандары йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» аша теркәлергә мөмкин, әммә был мөһим түгел. Сифатты теркәлмәйенсә лә тикшереп була.
Ҡушымтала экрандың аҫҡы өлөшөндәге һары шаҡмаҡҡа баҫһағыҙ, сканер асыласаҡ. Шуны тауарҙағы бәләкәй генә шаҡмаҡ код тәңгәленә ҡуйығыҙ. Штрихкод менән бутамағыҙ: ул нәҙек һәм оҙон, ә һеҙгә йәбештерелгән ҡағыҙ киҫәге кәрәк.
Бер-ике секундта ҡушымта ярҙамында тауар хаҡында барлыҡ мәғлүмәтте – уны кем етештереүен, яраҡлылыҡ ваҡыты ҡасан сығыуын, хатта сеймалдың ҡайҙан килтерелеүен белергә мөмкин. Әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, система һеҙҙең алда сифатлы тауар булыуын раҫлаясаҡ.
Әгәр код ялған икән, сканерлау барышында тауар маркировкалау системаһында табылмаясаҡ һәм ҡушымта ошо хаҡта иҫкәртәсәк.
Тауарҙың сифатын нисек билдәләргә?
Әгәр сканерлағандан һуң йәшел фон барлыҡҡа килһә, тимәк, был тауар тикшерелгән, ул маркировкалау системаһында бар, ветеринария сертификатына һәм башҡа документацияға эйә. Шулай ҙа ярлыҡтағы яҙыу менән экрандағы мәғлүмәт бер иш булыуын иғтибарлап ҡарағыҙ. Әгәр тап килмәһә, был хаҡта мотлаҡ хәбәр итегеҙ. Мәҫәлән, һеҙ «Гауда» сырын һатып алдығыҙ, ти, ә сканер уны «Маасдам» тип күрһәтә. Тимәк, ялыу өсөн нигеҙ бар.
Һоро фон барлыҡҡа килһә, тауар һатып алынған тигәнде аңлата. Әгәр сауҙа нөктәһенән ҡайтып, берәй нәмәне тикшереп ҡарап, һоро фон сыҡһа, барыһы ла яҡшы, сөнки уны һеҙ һатып алғанһығыҙ. Ә инде кибет кәштәһендә ятҡан тауар һоро фон менән билдәләнһә, был – хоҡуҡ боҙоу. Кодты кемдер ҡулланған.
Әгәр ҡыҙыл фон булһа, тауар – шикле. Йә ул сифат тикшереүе үтмәгән, йә башҡа төрлө иҫкәрмәләр табылған. Уны һатып алыу хәүефле.
Ялған тауарға юлыҡһаң, нимә эшләргә?
Шул уҡ ҡушымтала ялыу ебәреп була. Ялған продукция башҡаларға эләкмәһен өсөн һеҙҙең ғариза контроль органдарға юллана. Ә һеҙ партнерҙарҙан бүләк аласаҡһығыҙ.
Бөтәһен дә смартфон менән тикшерергәме?
Юҡ, мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, һөт продукцияһының яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡһа, уны касса аша үткәреп булмай. Һатыусы икенсе, йәғни яңы тауар бирергә тейеш.
Нимәләрҙе тикшереп була?
Алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр
Һауыттарға ҡойолған һыу
Һөт продукцияһы
Дарыу һәм медицина тауарҙары
Тәмәке
Еңел сәнәғәт тауарҙары
Аяҡ кейеме
Хушбуй
Тәгәрмәс
Фотоаппараттар һәм яҡтыртҡыстар
Биологик әүҙем ҡушымталар
Антисептиктар
Кресло-коляскалар
Шулай уҡ пилот проекты булараҡ: велосипедтар, ыуылдырыҡ, титан продукцияһы.
2023 йылдың 1 декабренән етештереүселәр HoReCa сегменты (отелдәр, ресторандар, кафелар), мәктәп ашханалары, балалар баҡсалары һәм дауаханалар өсөн тәғәйенләнгән һөт продукцияһы һәм һауыттарға ҡойол- ған һыу тураһында мәғлүмәттәрҙе мотлаҡ маркировкалау системаһына бирергә тейеш. Шулай уҡ 1 декабрҙән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының һәм ауыл хужалығы кооперативтарының һөт продукцияһын маркировкалау мотлаҡҡа әйләнә. Ауыл хужалығы етештереүселәренә маркировкалау ҡорамалдары һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 проценты ҡаплана.
БЕЛЕП ҠУЙ
Өлкән быуын кешеләре өсөн ҡушымтала ике бик файҙалы функция бар. Беренсенән, кәрәкле препараттың ниндәй дарыуханала булыуын белергә мөмкин. Төп биттә «Дарыуҙар эҙләү» тигән төймәгә баҫығыҙ. Атамаһын яҙһағыҙ, ошо дарыу булған дарыуханаларҙың исемлеге сығасаҡ. Икенсенән, кәрәкле дарыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн «Будильник функцияһы»н ҡуйырға мөмкин. «Дарыуҙар будильнигы», «будильник бул- дырырға» тигән төймәләргә баҫып, нимәне ҡасан ҡабул итергә икәнде билдәләгеҙ.
Тейешле препаратты эсергә кәрәклекте система мотлаҡ иҫкәртәсәк. Әгәр дарыуҙың ярлығындағы кодты сканерлаһағыҙ, уның яраҡлылыҡ ваҡыты ла контролдә тотоласаҡ.