

«Башҡортостан – Рәсәйҙең сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙҙә нефть ятҡылыҡтары күп. Шулай уҡ тимер, баҡыр, цинк һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бар. Берлектә эш алып барырға мөмкин», - тип ышана Андрей Назаров.
Хубэй провинцияһы вице-губернаторы ла шундай ҡарашта. Чэнь Пинь ханым һүҙҙәренсә, ул Башҡортостан тураһында хәбәрҙар.
«Хеҙмәттәшлектә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Нефть химияһы тармағында, аҙыҡ-түлек өлкәһендә һәм агросәнәғәт өлкәһендә. Минеңсә, бөгөнгө осрашыу артабанғы хеҙмәттәшлеккә яңы этәргес бирер тип ышанабыҙ», - тине Ҡытайҙың Хубэй провинцияһы вице-губернаторы һәм киләһе йылдың яҙында Башҡортостанға килергә вәғәҙә бирҙе.