

«Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн был байрам бик мөһим, сөнки иң ауыр минуттарҙа полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ғәҙелһеҙлек һәм тәртип боҙоу осраҡтарында уларҙан ярҙам һорайбыҙ. Улар закон һағында тора, йәмәғәт именлеген һаҡлай, енәйәтселеккә һәм терроризмға ҡаршы көрәшә, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Полиция хеҙмәткәрҙәренең барыһының да ҡулын ҡыҫам! Һаулыҡ, уңыштар теләйем. Хеҙмәт урынығыҙҙан һәр ваҡыт иҫән-һау ҡайтығыҙ. Байрам менән!»