

Рауил Хөрмәт улы 1984 йылда Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһына нигеҙ һала һәм уның беренсе етәксеһе була. 1989 йылда рәсми Мәскәүҙән Стәрлетамаҡта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. 1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, "Стәрле таңдары"гәзите сыға башлай. Аҙаҡҡараҡ ул бөгөнгө "Ашҡаҙар" гәзитенә әйләнеп китә.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында яҡты иҫтәлек ҡалдырған шәхес ул.
Таҡтаташ асыуҙың матди яғын (спонсор булараҡ) үҙ өҫтөнә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм шағирҙың балалары ала.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Ҡала хакимиәте вәкилдәре, шағирҙың балалары, туғандары, ҡәләмдәштәре ҡатнашасаҡ.
https://vk.com/club93484867?w=wall-93484867_7750