Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2023, 13:58

Йәйәүлеләр менән бәйле ике үлемесле авария теркәлде

... Бер нисә көн эсендә генә йәйәүлеләр менән бәйле ике үлемесле авария теркәлде Стәрлетамаҡта. Тәүгеһендә бер нисә көн элек Коммунистик урамында ҡала дауаханаһы янында 64 йәшлек ирҙе бәрҙерһәләр, икенсе аварияла бөгөн киске етеләр тирәһендә Артём урамында "Сити-Молл" сауҙа үҙәге янында 39 йәшлек ирҙең өҫтөнә "Лада Калина" килеп менә.

Йәйәүлеләр менән бәйле ике үлемесле авария теркәлдеЙәйәүлеләр менән бәйле ике үлемесле авария теркәлде
Йәйәүлеләр менән бәйле ике үлемесле авария теркәлде

Шуныһын да билдәләргә кәрәк: ике осраҡта ла йәйәүлеләр юл ҡағиҙәләрен боҙоп, үткәүелдән сыҡмаған. Өҫтәүенә, өҫтәрендә яҡтыртҡыслы кейем булмаған. Көҙгө ҡараңғылыҡ, ямғыр һәм мәңге ҡараңғылыҡҡа аҙым...

Юлда руль артында булһағыҙ ҙа, йәйәү йөрөһәгеҙ ҙә юл ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, йәмәғәт. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле лә.

Әйткәндәй, алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн ҡалала тағы ла бер үҙенсәлекле авария теркәлде - көпә-көндөҙ Октябрь проспекты буйлап китеп барған "Газель" янып китә. Салонда ун пассажир ҙа була, бәхеткә күрә, улар ҙа, водитель дә сығып өлгөрә, ә бына машина тулыһынса янып бөтә.

Сығанаҡ: https://vk.com/dpsstr

Автор:
Читайте нас