Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2023, 09:55

Өфөлә ялған хоҡуҡ һаҡлаусылар ойошмаларҙы шартлау ҡурҡынысы янауы тураһында иҫкәртә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы штабы начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Артур Хафизов 14 ноябрҙә ҡала мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә уҙған аҙнала террор ғәмәлдәренә бәйле 22 ялған хәбәр килеүе хаҡында белдерҙе.

Өфөлә ялған хоҡуҡ һаҡлаусылар ойошмаларҙы шартлау ҡурҡынысы янауы тураһында иҫкәртәӨфөлә ялған хоҡуҡ һаҡлаусылар ойошмаларҙы шартлау ҡурҡынысы янауы тураһында иҫкәртә
Өфөлә ялған хоҡуҡ һаҡлаусылар ойошмаларҙы шартлау ҡурҡынысы янауы тураһында иҫкәртә

«Шуларҙың 9-ы электрон почтаға ебәрелгән, 13-өн ойошмаларҙың стационар телефондарына шылтыратып хәбәр иткәндәр. 11 эвакуация үткәрелгән, бөтәһе 2076 кеше бинанан сығарылған. Ошо енәйәттең яңы төрө барлыҡҡа килеүенә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, ойошмаға шылтыратҡан кеше үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм шартлау ҡурҡынысы янауын әйтә, шуға ла бер ниндәй ҙә шик тыумай, шунда уҡ эвакуация тураһында ҡарар ҡабул ителә», — тине Артур Хафизов.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң «Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгенән 1500-гә яҡын кешене эвакуациялауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-11-14/f-l-yal-an-ho-u-a-lausylar-oyoshmalar-y-shartlau-ur-ynysy-yanauy-tura-ynda-i-k-rt-3520004

 

Автор:
Читайте нас