Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 05:39

Башҡортом тип янып йәшәне

Октябрь башында Башҡортостанда Ғафури районының күренекле эшҡыуары, изге ғәмәлдәр ҡылыусы, киң күңелле, ғәҙеллек яратыусы, башҡорт рухлы, игелекле шәхес, асыҡ күңелле, ҡәҙерле, яҡын дуҫым Ханнан Ишмырҙиндың ғәмәл дәфтәре ябылды. Ханнан Вәлиулла улы Стәрлетамаҡ өсөн дә ят түгел ине. Әжер-сауаптары барып торор изгелектәре ҡалды: уның ҡатнашлығында ҡалала башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы асылды, мәҙәни усаҡтар нығынды.

Башҡортом тип янып йәшәнеБашҡортом тип янып йәшәне
Башҡортом тип янып йәшәне

Стәрлетамаҡ ҡалаһында оҙаҡ йылдар йәшәгән, балалар өсөн холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһында эшләгән, капитан дәрәжәһенә үрләгән, балалар үҫтергән, күп башҡорттарға өлгә булырлыҡ аҡыллы фекер йөрөтөүсе шәхес Ханнан Вәлиулла улы менән ғүмерлеккә дуҫлашыу бәхете миңә 1994 йылдың аҙағында насип булды. Был осрашыуға тиклем, август айында уның ике туған ғына тиңдәше, 16-сы мәктәп директоры Хөрмәт Ишмырҙин менән танышҡайным. Тәҡдимемде күтәреп алып, ул сентябрҙә башҡорт класы асты.

Шул йылда, йәйҙең матур көнөндә, аҡыллы фекерле дуҫым, шағир Вил Бәшир улы Ғүмәровты тыуған ауылында зыярат ҡылып ҡайтҡайныҡ. Ханнан Вәлиулла улы минең өсөн шул юғалтыуҙы алыштырғайны. Яҙыусылар ойошмаһы – “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәге лә аралашыу майҙаны ине, шул майҙанда бергә аралаштыҡ, бергә фекер нығыттыҡ, сәмләндек, дәртләндек, хыялландыҡ. Берҙәм булғанлығыбыҙға күрәлер ҙә хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты. Ҡала мәктәптәре буйлап, сәмләнеп, йөрөп, директорҙар менән һөйләшеп, башҡорт кластары астырыу хаҡында бер нисә уңышлы килешеү төҙөнөк. Ҡалала башҡорт мәктәбе һәм балалар баҡсаһы астырыу мәсьәләһен, ниһайәт, хәл итергә кәрәклеге хаҡында ҡала мэрына һәм Башҡортостан Министрҙар Советына хат әҙерләүгә байтаҡ ваҡыт үткәйне. Офисҡа, үҙемә етәксе булырҙай бер башҡорт килмәүенә бошоноп ултырам. Әлегәсә күҙ алдымда – эш көнө аҙағы, шинелле, асыҡ йөҙлө башҡорт килеп инде.

Танышҡас та, шатлығымдан, уға алдымда ятҡан ҡарар яҙманы уҡыттым. Ул шунда уҡ аҡыллы тәҡдимен индерҙе:

– Хаттарҙы көслөрәк яҙайыҡ. Ҡоролтай депутаттарының берәүһен “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәгенең ағзаһы тип ҡултамға алһаҡ, яҡшыраҡ булыр, – тине. Инде етәксемдең күрһәтмәләрен үтәп, бер хатҡа Рафаэль Әпсәләмовтан ҡултамға алып, Министрҙар Советы адресына ебәрҙем. Ә ҡала мэры Спартак Әхмәтовҡа Ханнан Вәлиулла улы менән бергә барҙыҡ.

Документ, ҡағыҙ эшенән тыш, ул милли үҙаңды көсәйткән төрлө сараларҙа ла ҡатнашты. Стәрлетамаҡ педагогия институтында үткәрелгән республика гәзиттәре журналистары ҡатнашлығын-да мәктәп һәм балалар баҡсаһы мәсьәләләре хаҡындағы “түңәрәк өҫтәл”дә “Аманат” милли ойошмаһы исеменән Ханнан Ишмырҙин да сығыш яһаны. Үҙем күренекле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева апай менән В.Ленин исемендәге 2-се

Стәрлетамаҡ лицей- интернатында шул уҡ мәсьәлә хаҡында һәйләшеү ойошторҙом.

Шул уҡ йылдың ҡышында бергәләп ата-әсәләр конференцияһы үткәрҙек, Өфөнән Рауил Ниғмәтуллин ағайҙы саҡырып килтерҙек, уның да ялҡынлы телмәрен зал тулы башҡорттар менән бергә тулҡынланып, рухланып, тын да алмай тиерлек тыңланыҡ. Бындай осрашыуҙарға һыуһағайныҡ шул!..

Сара һөҙөмтәһе булып, ҡалала төрлө фәндән уҡытҡан башҡорт уҡытыусыларының ярҙамы менән Фәнүзә Юнысова ата-әсәләрҙән кәрәк кимәлдә ҡултамғалар йыйыуҙы ойошторҙо. Шулай итеп, республика йәмәғәтселеге вәкилдәрен дә йәлеп итеп, буласаҡ башҡорт мәктәптәренең биналарында ремонт эштәре гөрләй башланы. Ә был мәлдә Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҙур әҙерлек башланған ине. Байтаҡ “аманат”сылар, шул иҫәптән Ханнан Ишмырҙин Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә делегат булып ҡатнаштыҡ.

Рухи күтәрелеш йылдарында шундай шәхестәр менән фекерҙәш булыуым, ҡалала башҡорт мөхитен йәйелдереүҙә ҡатнашыуым менән бәхетлемен бөгөнгө көндә. Йәшәй-йәшәй шуныһы ныҡ һиҙелә: бындай осрашыуҙар һирәгәйә, ул йылдарҙағы эшмәкәрлек күңелдә ҡәҙерлерәк була бара. Кинәнеп башҡортса йырлағанда, һөйләшкәндә, уҡығанда ошондай шәхестәребеҙҙе лә онотмаһаҡ ине ул. Онотмайыҡ...

Кәрим БУЛАТ,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм
Журналистар Союзы ағзаһы.
Фото автор архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас