Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 07:35

Башҡортостан ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланы

Һиндостанда «Мисс Азия-2023» гүзәллек конкурсы тамамланды. Яҡташыбыҙ, 22 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеп, Гран-при яуланы.

Башҡортостан ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланыБашҡортостан ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланы
Башҡортостан ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова «Мисс Азия-2023» конкурсында Гран-при яуланы

22 йәшлек һылыуҡай Сибайҙа тыуған. Былтыр Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. «Мисс Башҡортостан-2023» һәм «Мисс Азия-Себер 1-се вице-мисс» конкурстары еңеүсеһе.

Конкурста урындар түбәндәгесә билдәләнде: Гран-при — Башҡортостан, 1-се Вице-Мисс Азия — Непал, 2-се Вице-Мисс Азия — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, 3-сө вице-Мисс Азия — Таиланд.

«Беҙ бөтә Азияны шаулатабыҙ. Башҡортостандың ниндәй республика икәнен белмәйҙәр ҙә. Донъяла республикабыҙҙы танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ», — тип билдәләнеләр һылыуҡайҙы әҙерләгән модель агентлығында.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-15/bash-ortostan-y-y-il-z-i-nd-l-tova-miss-aziya-2023-konkursynda-gran-pri-yaulany-3521706

 

Автор:
Читайте нас