Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 05:35

ТУҠ БУЙҘАРЫН ГӨРЛӘТЕП ҠАЙТТЫҠ

Беҙҙең “Хазина” фольклор төркөмө ағинәйҙәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғына түгел, ә республикабыҙҙың төрлө районындарында ла беләләр. Үҙҙәренең сағыу милли кейемдәре, дәртле йыр-моңдары, мөләйем йөҙҙәре менән әсир иткән ансамблде бар ерҙә лә яратып, шатланып ҡаршы алалар.

ТУҠ БУЙҘАРЫН ГӨРЛӘТЕП ҠАЙТТЫҠТУҠ БУЙҘАРЫН ГӨРЛӘТЕП ҠАЙТТЫҠ
ТУҠ БУЙҘАРЫН ГӨРЛӘТЕП ҠАЙТТЫҠ

Йәй көнө Стәрлебаш районы Елембәт ауылында, иң өлкән ағинәйе-беҙ Әсмә Яхина, ҡорбан салдырып матур итеп ҡорбан байрамы үткәрһә, Һарайҫа ауылында “Хазина”лар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә бағышлаған обелиск асыу тантанаһын биҙәп сығыш яһаны.

Әммә беҙ республика сиктәре менән генә сикләнеп ҡалмайбыҙ, күптән түгел Ырымбур өлкәһенә лә барып ҡайттыҡ әле. Шулай итеп, “Хазина” фольклор төркөмө етәксебеҙ Зимфира Ибраҡованың кендек ҡаны тамған Туҡ буйына – Ырымбур өлкәһенең Александр районына ҡараған Аҡтин ауылына юл тотто.

Бәләкәй генә, егерме-утыҙ өйҙән торған был күркәм ауыл халҡы гөр килеп ауылын төҙөкләндерә, бында ла “Атайсалға – изге ғәмәлдәр”, “Көсөбөҙ – тыуған яҡҡа”, – тип матур итеп йәшәй ауыл халҡы, иҫ китерлек! Үҙ көстәре менән мәҙәниәт усағы булған клубтарын яңыртып асыу тантанаһына дәррәү йыйылғандар ине. Ә был эште ойоштороусы, ауыл халҡын рухи яҡтан берләштергән, бөтә эште алып барған етәксе, әлбиттә, ошо ауылда тыуып үҫкән Зимфира Рәил ҡыҙы!

“Хөрмәтле ауылдаштарым, оло апайҙар һәм ағайҙар, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ситтән ҡайтыусы милләттәштәрем, беҙҙең байрамды биҙәүсе ҡунаҡтар! Күмәкләгән – яу ҡайтарған, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәрәк саҡта терәк-таяныс булып, изге эште атҡарып сығыуыбыҙға бик шатмын”, – тип байрамды башлап ебәрҙе етәксебеҙ.

Байрамға район хәкимиәте башлығы Сергей Гринев та килеп, халыҡты ҡотланы, ул шулай уҡ, ауыл биләмәләре буйынса үткәрелгән эштәр тураһында һәм киләсәккә булған пландары менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең һорауҙарын бирҙеләр.

Дәррәү, матур байрамды биҙәп, концерт программаһы ла башланды. “Хазина” төркөмөнөң нәфис һүҙ оҫтаһы Хәлиҙә Ҡотлошина бөтә халыҡты үҙенә ҡаратып сығышыбыҙҙы башлап ебәрҙе. Йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ, уйындарыбыҙ Аҡтин халҡына хуш килде, алҡыштар менән ҡаршылап, матур итеп ҡунаҡ итеп, тағы ла саҡырып ҡалдылар.

Сараның аҙағында ҡунаҡтарға һәм ремонт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы исеменән Туҡ буйы башҡорттарының тарихын сағылдырған “Табын” (табын ырыуы) китаптары тапшырылды. Байрамға барлыҡ килгән ауыл кешеләре үҙҙәренең бик ҙур рәхмәттәрен әйтеп, киләсәктә лә осрашыу ниәттәрен белдерҙеләр. Байрамыбыҙ аҙағында бар халыҡ менән сәй табыны ойоштородо һәм фотоға төштөк.

Туған телебеҙгә, тыуған төйәгебеҙгә тоғролоҡто балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәребеҙгә тапшырыу – иң изге ғәмәлебеҙ тип һанайбыҙ беҙ ҙә. “Атайсал” – берҙәмлек, тыуған яҡты яратыусылар икәнен иҫбатлап, ҙур пландар ҡороп, изге ниәттәр менән рухланып, дәртләнеп йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Лира ЯППАРОВА,
Әлфирә МӘХМҮТОВА,
“Хазина” төркөмө ағзалары.
Фото төркөм архивынан.

Автор:
Читайте нас