Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2023, 09:55

Башҡортостанда һунар инспекторҙарының ғүмерен һәм һаулығын страховкалайҙар

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостанда һунар һәм һунар ресурстарын һаҡлау тураһында» республика законына төҙәтмәләр проектын ҡарарға әҙерләнә. Закон проекты республикала дәүләт һунар инспекторҙарының ғүмерен һәм һаулығын мотлаҡ страховкаларға тәҡдим итә.

Башҡортостанда һунар инспекторҙарының ғүмерен һәм һаулығын страховкалайҙар
Башҡортостанда һунар инспекторҙарының ғүмерен һәм һаулығын страховкалайҙар

«Улар браконьерҙарға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында тора һәм эштәренә бәйле киң вәкәләттәргә эйә. Закон боҙоусылар менән эш алып барғанда, дәүләт һунар инспекторы законһыҙ табышты, ҡоралды һәм транспортты тартып алырға, кәрәк икән, көс һәм хеҙмәт ҡоралын ҡулланырға хоҡуҡлы. Уның эшен һәр ваҡытта ла аңлап ҡабул итмәйҙәр. Дәүләт һунар инспекторының ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған осраҡтар ҙа була. Әлеге закон проекты инспекторҙарҙың социаль яҡланыуын көсәйтеүгә йүнәлтелгән», - тине Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Страховкаланыусы — Башҡортостандың Экология министрлығы, ә страховкалаусы — конкурс нигеҙендә һайлап алынған страховка ойошмаһы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-15/bash-ortostanda-unar-inspektor-aryny-meren-m-auly-yn-strahovkalay-ar-3521851

 

Автор:
Читайте нас: