Рәсәйҙең Сит ил ил эштәре министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан илдең дуҫ дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеген нығытыуға тос өлөш индерә.
«Халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн яҡшы мөмкинлектәр булдырыуығыҙҙы баһалайбыҙ. Киләһе йылда Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың сираттағы төбәк -ара хеҙмәттәшлек форумын юғары кимәлдә үткәрерһегеҙ тип ышанабыҙ, - тине Сергей Лавров. - Беҙгә ярҙам иткән ЮНЕСКО эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы ла билдәләп үтергә теләйем, өҫтәүенә миңә ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәйҙең хөкүмәт комиссияһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде. Шуға күрә был өлкәләге ҡаҙаныштар һәм мөмкинлектәр асыҡтан-асыҡ күренә, беҙ уларҙы яҡшы күрәбеҙ».
Осрашыуҙа Сергей Лавров Радий Хәбировҡа күкрәккә таға торған «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн» билдәһен тапшырҙы. Республика етәксеһе Рәсәйҙең сит ил эштәре министрына юғары баһа өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу - республиканы үҫтереүҙә өҫтөнлөккә эйә булыуын билдәләне.