Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2023, 14:05

ЮХХДИ водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә

Бөгөн һәм иртәгә, 17 һәм 18 ноябрҙә, Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Рейдтарҙың төп маҡсаты — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.

ЮХХДИ водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртәЮХХДИ водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә
ЮХХДИ водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә

«Айырыуса иҫерек, ҡануниәт талаптарын боҙған водителдәргә иғтибар итәбеҙ, — тип белдерҙеләр ведомствола һәм водителдәрҙе юлда бер-береһенә ихтирамлы булырға саҡырҙылар. — Хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағығыҙ, билдәләнгән арауыҡты һаҡлағыҙ, эскән килеш рулгә ултырмағыҙ».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда ялған танытма менән йөрөгән тағы бер водитель тотолған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-17/yuhhdi-voditeld-r-e-tikshere-ha-ynda-i-k-rt-3526179

 

Автор:
Читайте нас