

Хәрби эшмәкәрлеге туҡталһа ла, йәш быуынды патриотик рухта үҫтереүҙә, йәмәғәт эштәрендә хәрби тәрбиә алып бара ине, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы өсөн байтаҡ эштәр башҡарған офицер менән шулай танышып, дуҫлашып киттек. Уның һәр һөйләгәнендә Ватан, Әсә һымаҡ, иң изге һәм яҡын төшөнсә булды! Илһөйәрлеген һүҙ менән генә түгел, эше менән дә иҫбатлап килде һәм бына, Рәсәй алдында һынау торғанда әйтә килгәндәрен йәнә иң ҙур, яуаплы, ауыр, әммә мөһим һәм изге эше менән нығытып ҡуйырға форсат сыҡты!
Күптән түгел дуҫым Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Стәр-летамаҡ һәм Ишембай районындарынан тағы ла ун ир-егет менән үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға ҡушылды, ә ошо көндәрҙә ул етәкләгән батальон Өфөнән хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Эйе, отставкалағы подполковниктың тәжрибәһе мөһим һәм Ф. ағай батальон командиры итеп тәғәйенләнде!
Физик күнекмәләрҙе 18-19 йәшлек егеттәрҙән кәм үтәмәгән дуҫыма, етеҙ, тәжрибәле һәм аҡыллы булыуына ҡарамаҫтан, хәрби операцияға ҡушылыуы еңел бирелмәне. Һүҙ ҙә юҡ, операция башланыу менән ул иң тәүгеләрҙән булып доброволецтар рәтенә яҙылырға теләк белдерҙе. Тик, 65 йәштән өлкән булыу сәбәпле, бер аҙ ҡытыршылыҡтар булып торҙо һәм бына, ниһайәт, уның теләге тормошҡа ашты. Хәҙер Ф. ағай ҡасандыр хәрби күнекмәләр үткән ерҙәрҙә тәжрибәһен ғәмәлдә ҡулланасаҡ һәм илебеҙгә Еңеүҙе яҡынайтасаҡ.
Имен йөрөп ҡайт, дуҫым, хөрмәтле офицер! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм Еңеү килерен көтәбеҙ!
Рәмил ҒӘБДРӘШИТОВ.
Григорий КУЗЬМИН фотоһы.