Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2023, 19:06

Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә яраланған яугирҙәр менән осрашты

20 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә яраланған хәрбиҙәр менән осрашты.

Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә яраланған яугирҙәр менән осрашты
Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә яраланған яугирҙәр менән осрашты

«Мин күптән һеҙҙең менән осрашып, барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, хәлегеҙҙе белешергә теләй инем. Һеҙҙең аша яралы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам системаһының нисек эшләүен аңларға теләйем. Республикала 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә, уларҙың һәр береһенә күп аҡса һалынған, быйыл 5 миллиард һум. Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү фондының филиалы булдырылды, социаль координаторҙар институты эшләй. Бынан тыш, Өфөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеү өсөн муниципаль үҙәктәр асылды. Спорт аша һеҙҙе әүҙемерәк тормошҡа ҡайтарыу өсөн параолимпия комитетын йәлеп итәбеҙ. Үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ, был беҙҙең өсөн бик мөһим. Яугирҙәрҙең подразделениелары менән даими бәйләнештәбеҙ. Уларға ярҙам итәбеҙ, 100-сө гуманитар ылау оҙаттыҡ. Бөтә һорауҙарығыҙҙы, үтенестәрегеҙҙе һәм теләктәрегеҙҙе тыңларға әҙермен», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, филиал 6 ай эшләй. Штатта 7 урынбаҫар һәм 54 социаль координатор бар. Социаль координаторҙарҙың өсәүһе – төп офиста, 51-е муниципалитеттарҙа эшләй.

«Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарылған. Беҙгә һигеҙ меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте, ун ике меңгә яҡын мөрәжәғәт килде. Шуларҙың ун меңдән ашыуы хәл ителде. Төп һорауҙар иҫәбендә – ярҙам сараларын тәғәйенләү; хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу; юридик һәм медицина ярҙамы; махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәре», - тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Республикала ике төп медицина ойошмаһы – Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм республика клиник балалар дауаханаһы билдәләнгән, улар менән үҙ-ара эш итеү яйға һалынған. Филиал белгестәренең йүнәлтмәләре буйынса ошо һәм башҡа медицина ойошмаларында өс йөҙҙән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм ветераны, уларҙың ғаилә ағзалары дауаланған.

Фонд филиалы киләһе аҙнанан кол-үҙәк эшен ойоштора.

Осрашыу барышында республика Башлығы махсус хәрби операция ветерандарының һорауҙарына яуап бирҙе һәм уларҙың тәҡдимдәрен тыңланы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-20/radiy-h-birov-h-rbi-burysyn-t-g-nd-yaralan-an-yaugir-r-men-n-osrashty-3529254

 

Автор:
Читайте нас: