

Видеоһорауҙарҙы 28 ноябргәсә республика етәк-сеһенең рәсми сайтына һалырға мөмкин, социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар тура бәйләнеш башланғансы һәм хатта тура эфир барышында ла ҡабул ителә.
Радий Хәбировтың “Тура бәйләнеш”енә ике ысул менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:
– социаль селтәрҙә, Радий Хәбировтың “ВКонтакте” һәм “Одноклассники” селтәрҙәрендәге яҙмаларына комментарий ҡалдырырға.
– республика етәксеһенең рәсми сайтында. Бының өсөн видеоһорауҙы махсус бүлеккә урынлаштырырға кәрәк.
Әгәр социаль селтәрҙәр аша һорауҙар өсөн бер ниндәй ҙә яуап булмаһа, видеоһорау ебәреү өсөн:
– Дәүләт хеҙмәттәре сайтында авторизация үтергә, иҫәп яҙмаһын актуалләштерергә;
– Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтына инеп, сайттың төп битендә “Госуслуги. Решаем вместе” виджетын табырға;
– “Госуслуги. Решаем вместе” виджетында “Сообщить о проблеме” пунктын һайларға;
– асылған форма аша видеоны беркетергә;
– махсус бүлекте табып, тейешле юлдарҙы тултырырға;
– видеоһорауҙы урынлаштырырға кәрәк.