

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, парламент-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу, республика парламенттарының мәғлүмәти йәһәттән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереү, ҡануниәтте һәм закон сығарыу процесын камиллаштырыу өҫтөндә бергәләп эшләү планлаштырыла. Шулай уҡ делегациялар менән алмашыу, стажировка үтеү, берлектәге эш төркөмдәре булдырыу, уртаҡ саралар ойоштороу, аналитик, методик һәм башҡа материалдар менән алмашыу ниәте бар.