Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 06:24

ФРОНТТА – УТ, ТЫЛДА УТЫН КӘРӘК! Стәрлетамаҡҡа “Ярҙам поезы” килде

Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙ бер бөтөн, бер төптән икәнебеҙҙе һәм кәрәк саҡта, уйланып-тартынып тормай, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлегебеҙҙе тоябыҙ. Беҙҙә Әҙәм балаһы психологияһы шулай ҡоролған: һынауҙар көслөрәк итә, һынауҙар кешеләрҙең рухтарын берләштерә. Дәррәү итеп фронттағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыябыҙ, тылда уларҙың ғаиләләренә булышабыҙ. Ә был эштәр ҙә бер тәртиптә башҡарылырға, дәүләт ҡатнашлығында үтергә тейеш. Айырым һүҙ – дәүләттең үҙенең ярҙамы тураһында.

ФРОНТТА – УТ, ТЫЛДА УТЫН КӘРӘК!  Стәрлетамаҡҡа “Ярҙам поезы” килдеФРОНТТА – УТ, ТЫЛДА УТЫН КӘРӘК!  Стәрлетамаҡҡа “Ярҙам поезы” килде
ФРОНТТА – УТ, ТЫЛДА УТЫН КӘРӘК! Стәрлетамаҡҡа “Ярҙам поезы” килде

Ошо йәһәттән Рәсәй Пре-зиденты Владимир Путин ҡушыуы буйынса яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында илдә “Ватан һаҡсылары” фонды булдырылды. Был фонд филиалы оҫта ойоштороусы,

БР Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай депутаты һәм башҡа бихисап йәмәғәт вазифаларын атҡарыусы Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә Баш-ҡортостанда ла уңышлы эшләп килә, ә ҡала-райондарҙа бүлексәләр беркетелгән.
Фонд эшләй башлағандан алып хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтелде. Уларҙың төрлөлөгө лә, һаны ла бер һүҙ менән әйтеп сығырлыҡ түгел. Ябай ғына кәңәштән алып, глобаль мәсьәләләргә ҡайтып ҡала был ярҙам. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы билдәләүенсә, юғалған яугирҙарҙы эҙләргә ярҙам итеү ҙә, Ватан һаҡсыһының кредитын түләү ҙә, мәктәптә егеттәрҙең балаларын бушлай ашатыу ҙа, яралыларға медицина һәм психологик ярҙам күрһәтеү ҙә, мутлашыусыларҙан яҡлау ҙа, хатта утын килтереү кеүек мәшәҡәттәр ҙә бар был ғәмәлдәр араһында.

Әлбиттә, һәр район-ҡала үҙ миҫалында яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам ойоштороп тора. Шулай уҡ фонд менән берлектә лә күп кенә мәсьәләләр хәл ителә. Мәҫәлән, фонд ойошторған “Ярҙам поезы” акцияһы сиктәрендә ялдағы, яраланған яугирҙар һәм уларҙың яҡындары бер көн эсендә республиканың төрлө ведомство вәкилдәренә туранан-тура һорауҙар бирә ала. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: күп мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итергә мөмкин.

Әлеге “поезд” күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла “туҡ-талып” китте. Сараға республика ведомство вәкилдәренә һорау бирергә тип, Стәрлетамаҡтан тыш, Салауат ҡалаһынан, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ишембай, Ауырғазы райондарынан килгәйнеләр. “Ватан һаҡсылары” фондының урындағы бүлексәһе социаль координаторы Айгөл Ғүмәрова белдереүенсә, был көндө 120-нән ашыу кеше үҙенең 200-ҙән ашыу борсоған һорауҙарын бирҙе, шул иҫәптән мәсьәләләрҙең яртыһы урында уҡ хәл ителде.

Әйтергә кәрәк, осрашыу урыны булып Стәрлетамаҡ осраҡлы һай-ланмаған. Бында бынан бер нисә ай элек ошондай уҡ сара ҡала кимәлендә үткәйне инде. Ул саҡта яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре урындағы хакимиәт етәксе-белгестәренә, медицина һәм башҡа социаль учреждение вәкилдәренә үҙ һорауҙарын бирҙе. Тимәк, тәжрибә бар.

– Һәр мөрәжәғәт – айырым осраҡ. Әммә кемдең ниндәй һорауы бар – тәүлек әйләнәһенә ҡабул итәбеҙ. Дөйөм рәүештә һорау биреү бер, ә бына ниндәй йүнәлештә проблема бар – шул йүнәлеш белгесенә тура һорау биреү мәсьәләне күпкә тиҙерәк һәм анығыраҡ сисергә ярҙам итә. Яугирҙарҙың һорауҙары ла, уларҙың ғаиләләренең мөрәжәғәттәре лә – береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай, – тип бындай форумдарҙың әһәмиәтен асыҡланы ҡала хакимиәте башлығының йәмәғәт бәйләнештәре буйынса урынбаҫары, үҙе лә локаль хәрби конфликттар ветераны Павел Шорохов.

Тәжрибә тигәндән, егеттәребеҙгә, яҡындарына ярҙам итеү буйынса эште бер тәртипкә һалыу буйынса ла Стәрлетамаҡ республикала ғына түгел, хатта ил кимәлендә тәүгеләрҙән булды – былтыр Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды. Ошо миҫалда тора-бара республикала тағы ла бер нисә үҙәк барлыҡҡа килде. Ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән шылтыратып, килеп, тәжрибә уртаҡлашыуҙы үтенеү – айырым иғтибарға лайыҡ.

– Гуманитар ярҙам йыйыуҙы, яугирҙар менән бәйләнеш булдырыуҙы бер системаға һалыу маҡсатында, үҙәк барлыҡҡа килеү менән, ҡала предприятиелары-учреждениелары бер дөйөм гуманитар ярҙам йыя башланы, мөрәжәғәттәр барлыҡҡа килде. Түләүҙәр, хоҡуҡтар буйынса әле лә шылтыратыуҙар күп, – тип һөйләп үтте үҙәк эше хаҡында уның етәксеһе Евгения Долгих.
Һорауҙар тигәндән, бөгөн фронтта ут (ҡорал, яу) кәрәк булһа, тылда утын кәрәк. Ысын мәғәнәлә утын! Баҡтиһәң, әлеге йәһәттән проблемалар байтаҡ икән: урмансыларға яугирҙарҙың ғаиләләренә ҡарата ярҙам итеү буйынса шелтә-дәғүәләр ныҡ булды форумда – шуға айырым иғтибар “бүленде” лә инде. Ҡала булһа ла, Стәрлетамаҡ та азат түгел ундай етешһеҙлектән.

– Урмансылыҡтар диләнкә бүлә лә, артабан яугирҙың ғаиләһе ҡулындағы ошо ҡағыҙ киҫәге менән аптырап ҡала. “Беҙҙән китте, эйәһенә етте” һымаҡ килеп сыға. Урман хужалығы өлкәһендәге чиновниктар ярҙам ҡулы һуҙһа ине. Юҡһа, райондарҙа башлыса ауыл советы башлығы урман ҡырҡып утын әҙерләп бирә, – тип күптәрҙең теләген еткерҙе Стәрлетамаҡ районы хакимиә-те башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Иман-ғолова. Ир окопта дошманға ут яуҙыра, бында ҡатыны күкрәк балаһы менән мейесенә ут тоҡандыра алмай... Бындай етешһеҙлек бөтөргә тейеш, әлбиттә!

Башҡа ведомстволарға ла мөрә-жәғәттәр араһында иғтибарға лайыҡтары бар ине. Мәҫәлән, медицина буйынса яралы яугирға ҡайҙа һәм нисек дөрөҫ дауаланырға тигән һорау яңғыраны. Белгестәр урындағы шифаханаларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген әйтте. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта бындай бушлай дауалауҙы “Ҡайынҡай” шифаханаһы алып бара. Унда яугир үҙе лә, ғаиләһе лә дауа ала йәки ял итә ала.

Ә бына банк вәкилдәре был көндө күберәк дөйөм рәүештә мөрәжәғәт итте: баҡтиһәң, хәҙер мутлашыусылар һәләк булған яугирҙың ғаиләһенә “һөжүм” итә икән. Хатта яңылышып, батырҙы ерләргә тигән аҡсаны мутлашыусыларға күсереүселәр ҙә бар. Шуға бик һаҡ булырға саҡырҙы банк вәкилдәре. Ғөмүмән, яугирҙарға ла, уларҙың ғаиләләренә лә үҙ хоҡуҡтарын белеү мотлаҡ.

– Мутлашыусылар ғына түгел, бушлай уҡыу, транспортта йөрөү, түләүҙәр буйынса һорауҙар килеп тыуа. Мәҫәлән, һалдат ҡатыны менән рәсми рәүештә никахҡа инмәгән, ә оҙаҡ йылдар уның тәүге никахынан булған улын йәки ҡыҙын үҙ балаһы итеп ҡарап үҫтерә. Бындай осраҡта, үкенескә ҡаршы, балалар льготанан мәхрүм ҡала һәм һәр осраҡты шәхсән рәүештә сисергә тура килә, шуға закон талабы буйынса никахлашырға, рәсми рәүештә уллыҡҡа алырға кәрәк, – тип һөйләп үтте Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов форумда. Әйткәндәй, адвокат билдәләүенсә, ғүмере буйы бер ниндәй ҙә иғтибар күрһәтмәгән “кәкүк” атайҙар йәки әсәйҙәр араһында, яугир һәләк булғас, килеп, “тейешле” түләүҙәр таптырып йөрөүселәр ҙә бар икән. Был осраҡта ла мәсьәлә ҡатмарлаша.

...Һорауҙар, сисәһе мәсьәләләр күп. Әммә килер ваҡыт, Еңеү килер һәм йәмғиәт алдында инде башҡа һорауҙар тыуыр – яугирҙарыбыҙҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырырға, уларҙы социалләштерергә кәрәк булыр.

Был хаҡта форумда Гөлнур Ҡолһарина әйтеп үтте.

– Нисек кенә булмаһын, һуғыш синдромынан бер кем дә азат түгел, егеттәр тыныс тормошҡа ҡайтҡас та уларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең республика Чечня конфликтында ҡатнашыусыларҙы ла ташламаны, был юлы ла яугирҙарыбыҙ менән һәр саҡ бергә буласаҡбыҙ. Йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә ҡатнаштырырға, яра-ланып, зәғифләнеп ҡалғандар-ҙы паралимпия спорт төрҙәренә ылыҡтырырға планлаштырабыҙ, йәмғиәт эштәренә йәлеп итә-сәкбеҙ. Ошо рәүешле уларҙы ауыр һуғыш хәтирәләренән нисек тә арындырырға тырышасаҡбыҙ, – тип һөйләп үтте фонд филиалы етәксеһе.

Ә әлегә алда икенсе бурыстар (ҙа) бар – Еңеүҙе яҡынайтыу! Был йәһәттән әлеге ваҡытта ялға ҡайтҡан яугирҙың – “Банкир 30”ҙың һүҙҙәре ҡиммәт булды.

– Әлбиттә, бөгөн ҡорал, кейем, ризыҡ... – барыһы ла бар, ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ҡала, республика йылыһын тоябыҙ. Әммә фронтта әлегә ауыр, дошман да ныҡлы тора. Шуға ярҙам ғына түгел, бергә иңгә-иң терәрлек егеттәр ҙә кәрәк! Көтөгөҙ, имен булып, Еңеү менән ҡайтырбыҙ! – тине ул.

Сара матур күренеш – ялға ҡайтҡан яугирҙарға Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тапшырыу менән тамамланды. Тимәк, тормош дауам итә, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы баһалана, ә алда ниндәй генә ауыр мәсьәлә килеп тыумаһын, артабан бары-бер хәл ителәсәк! Бының өсөн беҙҙең халыҡтың, әлеге ойошмаларҙың көсө лә, аҡылы ла, берҙәмлеге лә етерлек!..

Рәмил МАНСУРОВ.
Григорий МЕЛЬНИКОВ фотолары.

ФРОНТТА – УТ, ТЫЛДА УТЫН КӘРӘК!  Стәрлетамаҡҡа “Ярҙам поезы” килде
ФРОНТТА – УТ, ТЫЛДА УТЫН КӘРӘК! Стәрлетамаҡҡа “Ярҙам поезы” килде
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас