Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 10:20

«Унда минең улым»: Стәрлетамаҡ районынан уҙаман улы артынан махсус операцияға киткән

Стәрлетамаҡ районынан Николай исемле уҙаман быға тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Әммә көтмәгәндә килемле бизнесын ҡалдырған һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән. Ошо көндәрҙә ялға ҡайтҡан яугир журналистарға фекерҙәрен еткергән.

«Унда минең улым»: Стәрлетамаҡ районынан уҙаман улы артынан махсус операцияға киткән«Унда минең улым»: Стәрлетамаҡ районынан уҙаман улы артынан махсус операцияға киткән
«Унда минең улым»: Стәрлетамаҡ районынан уҙаман улы артынан махсус операцияға киткән
– 2022 йылдың сентябрендә кесе улымды алып киткәндәре бирле үҙемә урын таба алманым. Уны яу яланына оҙатыу бик ауыр булды. Урамдан үтергә лә уңайһыҙландым. Кешеләр, улы тегендә һуғыша, ә атаһы өйҙә ултыра, тиер кеүек ине.
 
Үҙем дә ярҙамға барырға булдым. Унда минең улым, унда беҙҙең егеттәр - кемдәрҙең ғәзиз балалары. Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған. Ул саҡта атаһы артынан улы, әсәйемдең ағаһы, фронтҡа киткән. Бөтә яу юлын үтеп, тыуған яғына Еңеү менән ҡайтып төшкән.
 
Беҙ – еңеүселәрҙең вариҫтары. Шуға күрә мин үҙемдең ҡарарымда икеләнмәнем. Ғәҙәттәге тормошта ни эшләргә белмәнем. Үҙем генә йәшәйем, ҡатыным менән айрылышҡанбыҙ. Әммә ҡаты шарттарға яраҡлаша алырыма һәм һынауҙарҙы йырып сығырыма ышанысым ҙур ине, – ти яугир.
Автор:
Читайте нас