Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 10:00

Ҡыҙыу миҙгел. Ни өсөн һалҡындар башланыу менән янғындар арта

Һалҡын көндәр башланыу менән янғын һүндереүселәрҙең мәшәҡәттәре бермә-бер арта: тап ошо мәлдә шәхси йорттарҙа янғын осраҡтары йыш теркәлә. Бының сәбәптәре – электр менән эшләгән йылытыу ҡорамалдарын әүҙем ҡулланыу, мейестәрҙең төҙөкһөҙлөгө һәм бина эсендә тәмәке тартыу.

Ҡыҙыу миҙгел.   Ни өсөн һалҡындар башланыу менән янғындар артаҠыҙыу миҙгел.   Ни өсөн һалҡындар башланыу менән янғындар арта
Ҡыҙыу миҙгел. Ни өсөн һалҡындар башланыу менән янғындар арта

Ололарҙың ғәмһеҙлеге арҡаһында балалар үлә

Башҡортостанда янғындарға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала килә. Йыл башынан республикала 9,3 меңдән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән, уларҙа 221 кеше, шул иҫәптән биш бала үлгән. Сабый үлеменә бәйле һуңғы хәл 19 ноябрҙә Яңауылда теркәлде. Биш ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы хужалыҡ бүлмәһендә янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар 19 кешене, шул иҫәптән 10 баланы эвакуациялаған. Үкенескә ҡаршы, 34 йәшлек ҡатын һәм уның дүрт йәшлек ҡыҙы, һөрөм газы менән ағыуланып, дауаханаға барып етмәйенсә йән биргән. Алдан күҙаллауҙарға ярашлы, ут һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сығыуы ихтимал тиҙәр, әммә хәл-ваҡиғаның аныҡ сәбәбен белгестәр тикшереү тамамланғас әйтәсәк.

19 ноябрҙә Нефтекамалағы торлаҡ йорт фатирында ла янғын сыҡҡан. Бәхеткә күрә, бында барыһын да ҡотҡарып өлгөргәндәр. Ут сығыуҙың сәбәбе розеткаға саманан тыш электр ҡорамалдары тоташтырыу тип күҙаллана.

Хәүефле йылытҡыстар

Әгәр электр йылытҡыстар менән файҙаланһағыҙ, уларға ҡарата бик иғтибарлы булығыҙ. Бер ваҡытта ла боҙоҡ йәки өй шарттарында эшләнгән ҡорамалдарҙы ҡулланмағыҙ. Уларҙа йыйылған саңды даими һөртөп тороғоҙ, сөнки уға ла ут ҡабыуы ихтимал. Йылытҡыстарҙы төнгөлөккә эшләтеп ҡалдырмағыҙ, өҫтөндә кейем киптермәгеҙ. Ҡорамалды тәҙрә пәрҙәһенән, мебелдән хәүефһеҙ арауыҡта урынлаштырығыҙ, бинала туҙып ятҡан сүп-сар булмаһын. Йылытҡыстың сымын балаҫ йәки ишек аҫтынан үткәрмәгеҙ, ышҡылыуы бар. Иң мөһиме – электр йылытҡысты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Эшләгән саҡта даими контролдә тотоғоҙ, өйҙән сыҡҡанда мотлаҡ һүндерегеҙ.

Йылытҡыстарҙан тыш, өйҙәге электр селтәренең торошон да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Йортта йәшәүселәр бер ыңғайҙан бер нисә ҡеүәтле электр ҡорамалын тоҡандырһа, селтәр көсөргәнеште күтәрә алмай.

Заманса фатирҙарҙа бындай осраҡтар өсөн һаҡ блоктары ҡуйыу ҡаралған, көсөргәнеш мәлендә улар автоматик рәүештә утты һүндерә. Ә бына иҫке йорттарҙа ундай һаҡ сараһы юҡ, етмәһә, уларҙа сымдар ҙа иҫке.

Шуға күрә һәр нәмәлә сама белегеҙ, розеткалар ҡыҙмаһын.

Мейес иғтибар талап итә

Ҡышҡыһын шәхси йорттарҙа сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәбенең береһе – мейес. Янғын осрағына юл ҡуймаҫ өсөн иң ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Йортта йәки мунсала мейес сығарыу эшен белмәгән кешегә ҡушмағыҙ. Төтөн юлы һәм изоляцияға айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Мейес матур, уңайлы, йылы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш.

Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан мейесте мотлаҡ тикшерергә, ремонтларға, төтөн юлын ҡоромдан таҙартырға кәрәк. Тағы ла бер мөһим нәмә – аҡлау. Ул матурлыҡ өсөн генә эшләнмәй, ярыҡтарҙы ваҡытында абайлап, сара күреү маҡсатын да күҙ уңында тота, сөнки аҡ ерлектә төтөндөң ҡара эҙе шунда уҡ күҙгә ташлана. Мейестең ауыҙы алдына 70х50 сантиметрлыҡ металл япма һалыу зарур. Мейесте ныҡ ҡыҙыу яҡмағыҙ, ут тоҡандырыу өсөн бер ваҡытта ла бензин, кәрәсин йәки башҡа тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар ҡулланмағыҙ.

Бәләкәй балалары булған ғаиләләр айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Улар ут янында уйнауҙың хәүефле булыуын белеп үҫһен. Мейес яғыуҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ. Шулай уҡ бәләкәстәр янғын осрағында үҙеңде нисек тоторға, ҡайҙа шылтыратырға кәрәклекте белергә тейеш. Күренгән урынға янғын хеҙмәтенең телефоны, һеҙ йәшәгән йорттоң адресы яҙылған ҡағыҙ киҫәге элеп ҡуйырға мөмкин.

Ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйған ғәҙәт

Тәмәке тартыуҙың һаулыҡҡа зыянлы булыуын һәр кем белә. Әгәр һүндерелмәгән төпсөк янғын сәбәпсеһе булһа, ул тартыусының ғына түгел, уның яҡындарының ғүмерен дә ҡыйыуы ихтимал. Эскән саҡта түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартҡан кеше – айырыуса ҙур хәүеф сығанағы. Шуға күрә бина эсендә тәмәке тартмағыҙ, карауатта ятып, ҡәнәфиҙә ултырып көйрәтеү ғәҙәтенән арынығыҙ, төпсөктәрҙе ҡайҙа етте шунда ташламағыҙ.

Изге эш башҡарған янғын иҫкәрткестәр

Әгәр ошоғаса өйөгөҙҙә янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуймаған булһағыҙ – быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы биш йылда янғын иҫкәрткестәр арҡаһында 1058 кешенең, шул иҫәптән 396 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Әйткәндәй, беҙҙең республика – мини-сиреналарҙы бушлай алып булған берҙән-бер төбәк. Уларҙы оло йәштәге яңғыҙаҡтарға, күп балалы ғаиләләргә бушлай ҡуялар. Был ҡорамалды алыу өсөн Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә шылтыратып, ғариза ҡалдырырға кәрәк, телефон: 8 (347) 272-00-24, эш көндәрендә 9.00 – 18.00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итергә.

 

Автор:
Читайте нас