Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 05:00

ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо

...1994 йылдың 11 декабре. Ул саҡтағы ил етәксеһе Борис Ельциндың шул көндө 2169-сы указы сыға. Чечен Республикаһында закон үтәлеше, тыныслыҡты тәьмин итеүсе был документ ул саҡта илдең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыуҙа мөһим роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта йылдар дауамында барған локаль һуғыштың ҡорбандары ла етерлек. Ошо һәләк булған егеттәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, локаль һуғыш ветерандарын берләштереү маҡсатында бынан теүәл сирек быуат элек Стәрлетамаҡта “Набат” йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Йәмәғәт ойошмаһын булдырыуға нимә этәргес булды? Ошо ваҡыт арауығында ниндәй эштәр атҡарылды? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән ойошманы бишенсе йыл етәкләп килгән хәрби хәрәкәттәр ветераны, ҡала Советы депутаты Илдус Мәнәповҡа мөрәжәғәт иттек.

ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдоХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо

“Яҡлап ҡалған илебеҙ беҙҙе яҡларға ашыҡманы...”

– Илдус Фәүилевич, “Набат”, белеүебеҙсә, илдәге ошондай ойошмаларҙың тәүгеләренең береһе булып тора. Уны ойоштороу тарихына күҙ һалһаҡ ине.

– Әлеге һымаҡ илебеҙҙең бөтөнлөгө, ҙурлығы, берҙәмлеге шул уҡ дошмандарға оҡшаманы. Быуаттар дауамында һаҡла-нып килгән көнләшеү, үс алыу, хөсөтлөк нәфсеһе менән беҙгә ябырылып, илде эстән ҡаҡшатырға маташыуҙары сер түгел. Террористик төркөмдәр, бандиттар ҡулдарына ҡорал ебәрҙеләр сит илдән, ҡоторттолар. Был аҙымға (хәрби конфликтҡа) бармау ҙа мөмкин түгел ине. Илебеҙҙе яҡлап ҡала алдыҡ ул ваҡытта, әммә йәп-йәш кенә, тормоштоң тәмен-йәмен татып та өлгөрмәгән егеттәрҙең ғүмере өҙөлөп ҡалды Кавказ тауҙарында. Улар араһында ике тиҫтәнән ашыу Стәрлетамаҡ егете лә бар ине.

Эйе, тыуған Ватанын яҡлап һалдаттар баш һалды, шул иҫәптән шәхсән үҙем хеҙмәттәштәремде юғалттым, әммә, бөгөнгө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хоҡуғы менән са-ғыштырырлыҡ та түгел, ил батырҙарын танырға ашыҡманы, хоҡуҡтарын яҡламаны. Был ваҡиғала шуныһы күңелде йылыта: Башҡортостан барыбер ҙә әлеге һымаҡ уҡ егеттәрен ситкә типмәне, ә Стәрлетамаҡта Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Чечен Республикаһында хәрби конфликтта ҡатнашыусылар союзы барлыҡҡа килде. Ә бөгөн инде “Набат” йәмәғәт ойошмаһы сирек быуатлыҡ юбилейын да билдәләй. Ул саҡта Чечен һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған егеттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошма тотош ил кимәлендә мөһим күренеш ине. Кемгә ветеранлыҡ документтарын юллашырға кәрәк, кемгә түләүҙәрҙе алышырға, кемдең ҡәбер ташын урынлаштырырға... Шул уҡ ваҡытта һалдаттар-ҙың әсәләре, яҡындары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы – уларға ярҙам ойоштороуҙан башлап көндәлек ниндәйҙер бер йомошон үтәүгә тиклем төрлө ине был эштәр. Әле лә шулай.

Ойошманың тәүге рәйесе Александр Анатольевич Подобный булды. Ул булдырҙы һәм оҙаҡ йылдар, 1919 йылда 59 ғына йәшендә мәрхүм булып ҡалғансы етәкләне. Александр Анатольевич – үҙе хәрби офицер ине. Ул саҡта Стәрлетамаҡта урынлашҡан 3435-се хәрби часта штаб начальнигы була. Үҙе Чечен һуғышында 1995-1996 йылдарҙа хеҙмәт итә.

Хәрби офицер булараҡ яуҙа ауған һалдаттар өсөн йөрәге әрней, уларҙың яҡындарының, ветерандарҙың хоҡуҡтары боҙолоуын күреп үҙенә урын тапмай. Шул саҡ фекерҙәштәре менән ошо етешһеҙлектәрҙе нисек тә аҙайтыу ниәтендә ойошма төҙөйҙәр ҙә инде.

Бөгөнгө көндә ойошмала ике меңдән ашыу ағза бар. Уларҙың ике-өс тиҫтәгә яҡыны әүҙем булып ҡала. Улар төрлө саралар башында тора, “Набат” алып барған эштәр уртаһында ҡайнай.

“Документ юллап биреү ҙә, бергә ултырып сәй эсеү ҙә беҙҙең бурыс”

– “Набат” Чечен һуғышында ҡатна-шыусылар союзы тип нарыҡланһа ла ғәмәлдә һеҙ башҡа хәрби конфликттар ветерандарын да берләштерәһегеҙ.

– Ысынлап та, Афғанстан, Тажикстан, Сүриәлә булған хәрби конфликттарҙа ҡатнашыусылар менән берлектә эш-ләйбеҙ. Йыш ҡына бер үк егеттәр бер нисә хәрби конфликтта ҡатнашып өлгөргән булып сыға. Бында ниндәйҙер сик ҡуйыу, конфликт бүлеү дөрөҫ тә түгел. Сөнки беҙ һөҙөмтәлә барыбер ҙә бер үк эш алып барабыҙ: яуҙа һәләк булған яуҙаштарыбыҙҙы, яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп, улар хаҡында хәтер нығытабыҙ, ярҙам кәрәк булған яҡын-дарына, шул уҡ ваҡытта ветерандарға ла ярҙам күрһәтәбеҙ һәм тағы бер мөһим күренеш, йәш быуынды илһөйәрлек рухта тәрбиәләүҙә берҙәм эш алып барабыҙ. Был ғәмәлдәр беҙҙе берҙәм итә, рухты нығыта.

Әлеге ваҡытта “Набат” ойошмаһы, белеүегеҙсә, ең һыҙғанып, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ-ға ярҙам итә. Был эште лә беҙ күңел ҡушы-уы буйынса үҙ аҡсабыҙға, үҙ ваҡытыбыҙ менән иҫәпләшмәй башҡарабыҙ, гу-манитар йөк оҙатҡанда хәүеф-хәтәргә иғтибар итмәй, яҡташтарҙың янына, алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етергә тырышабыҙ. Бөгөнгө көндә ун ике гуманитар йөк алып барып тапшырҙыҡ та инде.

Билдәле, инде Еңеү килеп, егеттәр ҡайтҡас, үҙ ойошмалары барлыҡҡа килер, әммә ул саҡта ла беҙ бергә эш алып барасаҡбыҙ.

Ойошмалар ғына түгел, шуныһы мөһим, ҡала хакимиәте менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Ҡала етәкселеге йәмәғәт ойошмаһы бит әле тип кенә ҡарамай, ә хәрби бурыс үтәгәндәр алдындағы бурысты аңлап, бергәләп патриотик йүнәлештә эш алып барырға кәрәклеген билдәләп, ярҙам күрһәтеп тора. Был йәһәттән ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизовҡа, уның командаһы, бигерәк тә, урынбаҫары, үҙе үк Чечен Республикаһында хәрби бәрелештәр ветераны Павел Шороховҡа рәхмәт әйтке килә.

– Әүҙем эшләүегеҙҙе иҫәпкә алғанда, “Набат” күптән ветерандар ойошмаһы сиктәренән сыҡҡан кү-ренеш. Тағы ла ниндәй эштәр атҡа-раһығыҙ?

– Тәү сиратта шуныһын билдәләп китәм: беҙҙең ойошма хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән уларға, мәҫәлән, хәрби түләүҙәр буйынса юридик кәңәштәр биреү, документтар төҙөшөү һымаҡ эштәрҙе атҡара, һуғыш синдромынан һис кем азат түгел, шулай уҡ психологик ярҙам да кәрәк. Бынан тыш балаларын белем биреү усаҡтарына урынлаштырыу, хатта икенсе фатир алғанда күсерешеү һымаҡ мәсьәләрҙе лә сисергә кәрәк. Шуның өсөн дә ойошма бит ул, бер мөрәжәғәт тә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бынан тыш та локаль һуғыштарға бөтөнләй ҡыҫылышы булмаған, ниндәйҙер ярҙамға мохтаждар килә: кемгә ҡул ярҙамы, кемгә финанс ярҙам күрһәтергә, психологик кәңәш бирергә кәрәк. Һин ойошма ағзаһы түгел бит тип ҡыуып сығарып булмай бит.

...Әммә кемдер ябай иғтибарға ла мохтаж. Улдарын юғалтҡан әсәйҙәр, атайҙар, иренән ҡалған тол ҡатындар, етем балалар. Улар бәлки бер ярҙамға ла мохтаж түгелдер, әммә хәтер көнөндә, яҡындары һәләк булған көндәрҙә яндарына барып, кескәй генә булһа ла бү-ләк тапшырып, бергәләп ултырып сәй эсеү улдарын, ирҙәрен йәки аталарын башын һалған иле онотмай тигән уй уята. Был бик мөһим. Был шулай булырға тейеш тә!

Башта әйтеп үткәнемсә, хәрби-патриотик эш алып барабыҙ һәм был йәһәттән төрлө спорт турнирҙары, “ҡаһарманлыҡ дәрестәре”, мәктәптәрҙә осрашыуҙар, хәрби техниканан торған күргәҙмәләр, әрмегә киткән һалдаттарҙы оҙатыу барыһы ла тамсылап булһа ла үҙ һөҙөмтәһен бирә баралыр тип уйлайым. Уларҙың һәр береһенә туҡталып үтеү мөмкин дә түгел, кәрәкмәй ҙә – был беҙҙең көндәлек эш.

Эшмәкәрлек тигәндән, турнирҙар үткәрергә, бүләктәр-күстәнәстәр алырға, яугирҙы һуңғы юлға оҙатҡанда сәскә һалырға ла, сер түгел, аҡса кәрәк һәм был йәһәттән беҙ йәмәғәт ойошмаһы булһаҡ та әлеге сығымдарға үҙебеҙ аҡса табырға тырышабыҙ. Әлбиттә, ветерандарыбыҙ әүҙем, әммә үҙе локаль һуғыш геройы булған һалдаттан аҡса алып ултырыу ҙа килешеп етмәй. Шуға был йәһәттән “Набат”тың үҙ һаҡ хеҙмәте эшләп килеүе, түләүле хеҙмәт күрһәтеүе сығымдарҙы үҙебеҙгә ҡапларға ярҙам итә.

– Ысынлап та, яугирҙарыбыҙ хаҡында хәтер йәшәтеү, һуғыш ветерандарына хөрмәт һаҡлау буйынса бихисап эш атҡараһығыҙ. Төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һәм был изге эшегеҙҙә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ойошманың юбилейы айҡанлы, Чечен һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә ҡарата йомғаҡлар һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр.

– Батырҙарыбыҙ тураһында, Чечен һуғышында һәләк булғанмы ул, махсус хәрби операцияла ҡатнашамы, йә булмаһа Бөйөк Ватан һуғышы ветеранымы – һәр саҡ, 11 декабрь, 15 февраль, 9 майҙы көтөп тормай, тереләренә рәхмәт әйтеп, үлгәндәрен иҫкә алып торайыҡ, яҡындарын ҡәҙерләйек. Бөгөнгө тыныс күгебеҙ булыуҙа һис шикһеҙ улар сәбәпсе. Улар – беҙҙең геройҙар!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Фотолар Илдус Мәнәповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС   “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
ХӘРБИ БУРЫС ҮТӘП АУҒАНДАР АЛДЫНДАҒЫ МӘҢГЕЛЕК БУРЫС “Набат” Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ойошторолдо
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас