Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 04:25

Путин: РФ будет опираться на вековые ценности, которые не подлежат "выкорчевке"

Рәсәй Президенты указы менән Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Путин: РФ будет опираться на вековые ценности, которые не подлежат "выкорчевке"Путин: РФ будет опираться на вековые ценности, которые не подлежат "выкорчевке"
Путин: РФ будет опираться на вековые ценности, которые не подлежат "выкорчевке"

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Азамат Абдрахманов был юғары дәүләт наградаһына «эшендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте», шул иҫәптән Донбаста эшләгәне (командировкала) өсөн» лайыҡ булды.

Азамат Абдрахманов хөкүмәттә 2021 йылдан эшләй. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын Рәсәй Федерацияһына социаль-иҡтисади йәһәттән берләштереү мәсьәләләре өсөн яуап бирә.

2022 йылдың майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ул яңы төбәктәрҙең шефлыҡҡа алынған биләмәләренең инфраструктураһын тергеҙеү, урындағы халыҡҡа тейешле ярҙам күрһәтеү һәм тыныс тормошто яйға һалыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына командировкаға ебәрелгәйне.

Ул шулай уҡ башҡа мөһим проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы. Мәҫәлән, республика биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлегенә юл ҡуймау буйынса ведомство-ара комиссияны етәкләй.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-11-29/r-s-y-prezidenty-azamat-abdrahmanovty-yu-ary-d-l-t-nagrada-y-men-n-b-l-kl-ne-3543500

 

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас