Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Декабрь 2023, 08:05

“Баламдың тауышын тыңлап туя алмайым...”

Әсә кеше туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөткән, ғүмер биргән, һөтөн имеҙгән балаһына һәр саҡ изге фатиха юллай, һынауҙар уны урап үтһен тип теләй. Әммә тормош беҙ уйлағанса ғына бармай шул, һынауҙар ҙа кисерәбеҙ, әжәл менән күҙгә күҙ осрашырға ла тура килә һәм ошо мәлдәрҙә беҙҙе нәҡ әсәләр һөйөүе, әсәләр фатихаһы һаҡлай ҙа инде.

“Баламдың тауышын тыңлап туя алмайым...”“Баламдың тауышын тыңлап туя алмайым...”
“Баламдың тауышын тыңлап туя алмайым...”

Илгә һынау килеп, махсус хәрби операция башланғас та Башҡортостан егеттәре тыныс тормоштағы бөтә пландарын, хыялдарын ситкә ҡуйып тороп, Ватаны һағына баҫты. Шундай ҡыйыу егеттәр араһында Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы егете Илвир Мусин да бар. Илвир Зөлфир улы бына инде йылдан ашыу махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй.

Йәш егет әрме кейемен һалыуға ла күп түгел икән, танкист булған. Шуға хәрби оҫталыҡ та, физик мөмкинлек тә етерлек! Алғы һыҙыҡта бурыс үтәгән подразделениеларҙың береһендә хеҙмәт итә 24 йәшлек егет. Һуғыштың барлыҡ һынауҙарын, ауырлыҡтарын ул үҙ иңендә күтәрә, хатта башта әйтеп киткәнсә, дошман уты менән дә осрашырға тура килә. Шул саҡтарҙа уға әсәһенең изге теләктәре ярҙам итә лә инде.

– Аллаға шөкөр, ике улым да һәйбәт. Кесеһе Зимфир үҙенә бригада төҙөп, төҙөлөш өлкәһендә эшләп йөрөһә, Илвир ил һағында. Үкенескә ҡаршы, һәр саҡ бәйләнеш булып тормай, атаһы Зөлфир менән бындай саҡтарҙа ут йотабыҙ инде. Шылтыратһа, баламдың тауышын тыңлап туя алмайым, йүргәктә ятҡан мәлендәге һымаҡ, барлыҡ теләгем иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде, – тип бәйән итә улы хаҡында Фәйнүсә Линер ҡыҙы. – Көтәбеҙ. Барыбыҙ ҙа көтәбеҙ. Беҙ ҙә, яратҡан ҡыҙы ла көтә, тыуған яғындағы ризығы имен йөрөтһөн инде, – тип тә өҫтәй әсә кеше.

Эйе, әле ҙур тормошта һуғыш һынауҙарында иң ҡаты һәм етди миҫалдар аша булһа ла ҙур тәжрибә туплай башлаған егеттең барыһы ла алда, хыялдары ла яҡты – улар тормошҡа ашһын!

– Өлкәндәрҙе өлкән итә белгән, кесегә кесе итеп ҡараған, ипле, тыныс ярҙамсыл егет ул, – тип һүҙгә ауыл клубы мөдире Гүзәл Аҡсулпанова ла ҡушыла. – Нигеҙендә өй һалып, ҙур ғаилә ҡорорға хыяллана, Еңеү килгәс батыр яҡташыбыҙ ҡайтып төшөр! – тип ғорурланып һөйләй ул. Гүзәл Аҡсулпанова шулай уҡ ауыл халҡы бөгөнгө көндә махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәрҙең ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә булыуын, яҡташтарына ауылдаштары даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп тороуын да әйтеп үтте.

Ғөмүмән, район кимәлендә лә был эштәр яҡшы ойошторолған.

– Мобилизация буйынса хеҙмәт итһенме яугир, йә контракт нигеҙендә хәрби бурысын үтәһенме – бер нимәгә ҡарамай, уларҙың һәммәһе иғтибар үҙәгендә. Бөтә кәрәк-яраҡтарҙы район халҡы менән берлектә дәррәү оҙатып торабыҙ. Уларҙың әсәләре, яҡындары менән дә һәр саҡ бәйләнештә. Утын кәрәк икән – утын, дауаханаға алып барырға икән – алып барабыҙ – барыһын да эшләргә тырышабыҙ, – тип белдерә был йәһәттән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Иманғолова ла.

Әйткәндәй, яҡташ егеттәр хәрби бурыстарын үтәп ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла тыуған яҡтарына ҡайтып тора. Илвир ҙа әсәһе, яҡындары янына иртәгә ҡайтып етергә тейеш. Бирһен Хоҙай, тыуған яғындағы ризыҡтары саҡырып-саҡырып торһон әле. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла бурыс үтәгән барлыҡ яугирҙарыбыҙҙы әсәләренең фатихалары, яҡындарының изге теләктәре һаҡлап йөрөтһөн!..

Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас