Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Декабрь 2023, 18:04

Башҡортостан махсус хәрби операция яугирҙәренә лайыҡлы ярҙам күрһәтә – республика Башлығы кәңәшсеһе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеште йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләрҙең береһенән – махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү тураһында һүҙҙәр менән башланы. Республика Башлығының илһөйәрлек тәрбиәһе мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник фекеренсә, был осраҡлы түгел. Республика күләмле эшкә әүҙем ҡушылды һәм ил президентының йөкләмәләрен лайыҡлы үтәй.

Башҡортостан махсус хәрби операция яугирҙәренә лайыҡлы ярҙам күрһәтә – республика Башлығы кәңәшсеһеБашҡортостан махсус хәрби операция яугирҙәренә лайыҡлы ярҙам күрһәтә – республика Башлығы кәңәшсеһе
Башҡортостан махсус хәрби операция яугирҙәренә лайыҡлы ярҙам күрһәтә – республика Башлығы кәңәшсеһе

«Республика 20-гә яҡын подразделение төҙөнө, хәҙер улар махсус хәрби операцияла ҡатнаша. «Башҡортостан» полкы, исемле батальондар, роталар. Республика яғынан яугирҙәребеҙгә ныҡлы ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан президент ҡуйған бурысты лайыҡлы үтәй тип иҫәпләйем. Республикабыҙҙа йәшәүселәр электән үк ҡыйыу рәүештә Ватан һағына баҫҡан һәм бөгөн беҙ ирекле батальондар сафына инергә теләүселәрҙең күплеген күрәбеҙ. Улар Беҙҙең Башлыҡтың, тотош республиканың мөнәсәбәтен күрә. Беҙҙә яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ошо йәһәттән беҙ беренсе тип иҫәпләйем. Алып барылған эш йәмғиәтебеҙҙең, йәштәрҙең илһөйәрлек рухына ғәйәт ҙур йоғонто яһай», - тип һөйләне «Башинформ»ға Валентин Солодовник.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-04/bash-ortostan-mahsus-h-rbi-operatsiya-yaugir-ren-layy-ly-yar-am-k-r-t-respublika-bashly-y-k-shse-e-3548334

 

Автор:
Читайте нас