Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Декабрь 2023, 10:48

Республикабыҙҙа милләт-ара татыулыҡты боҙорға тырышыу бушҡа ғына – политолог

Сәйәси фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының политология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһы доценты Кирилл Фадеев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеш барышына комментарий бирҙе һәм республиканың донъяла барған ваҡиғаларға вайымһыҙ булмауын билдәләне. Һүҙ, атап әйткәндә, Палестиналағы хәл тураһында бара. Башҡортостан, төрлө халыҡтар йәшәгән төбәк булараҡ, милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ өлгөһө булып тора.

Республикабыҙҙа милләт-ара татыулыҡты боҙорға тырышыу бушҡа ғына – политологРеспубликабыҙҙа милләт-ара татыулыҡты боҙорға тырышыу бушҡа ғына – политолог
Республикабыҙҙа милләт-ара татыулыҡты боҙорға тырышыу бушҡа ғына – политолог

«Радий Фәрит улы һүҙҙәренсә, Башҡортостан – ҙур ғаилә, күп милләтле һәм ҡунаҡсыл. Был тәбиғәтебеҙгә һалынған. Палестина халҡы өсөн бик ҡайғырабыҙ. Республикала йәшәүселәр был йәһәттән Башлыҡты хуплай һәм беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Ҡайһы бер көстәр республикабыҙҙа хәлде тотороҡһоҙландырырға тырыша. Башҡортостан Башлығы дөрөҫ әйтә, уларҙың тырышлығы бушҡа ғына, сөнки был кешеләр Башҡортостанда йәшәмәй, уға ҡағылышы юҡ, улар өсөн был эшмәкәрлек – бизнес ҡына», - тип билдәләне Кирилл Фадеев.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-12-05/respublikaby-a-mill-t-ara-tatyuly-ty-bo-or-a-tyryshyu-bush-a-yna-politolog-3548341

 

Автор:
Читайте нас