

Бөгөн тағы ла бер нисә эпизод, фекер өҫтәргә булып киттем. Беҙҙең унда төп бурыс һалдаттарҙың окоп тормошон күреп, һуғыш яланынан репортаж эшләү ине. Үҙ күҙең менән күреп, үҙ ҡолағың менән ишетеп, үҙ йөрәгең аша үткәреп. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәһә ышанмай, тигәндәй. Ҡасандыр Илья Эренбург, Константин Симоновтар беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙәребеҙҙең ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек, минең дә, һалдаттар менән бергә дары еҫен еҫкәп, бер ҡаҙандан бутҡа ашағы килде. Ысынлап та, алғы һыҙыҡта, окоптарҙа, блиндаждарҙа булып, дары еҫен еҫкәп, һалдаттарҙың күңел торошон тойоп ҡайтырға, аҙаҡ күргәнебеҙҙе халыҡҡа йәшермәй, нисек бар, шулай еткерергә яҙҙы, шөкөр.
Китер алдынан ныҡлы инструктаж үткәрҙеләр. Бер үк ваҡытта ҡурҡыттылар, сөнки унда аҙым һайын хәүеф һағалап тора. Мәҫәлән, 90 йәшлек әбейҙең: “Бәлеш бешерҙем, балаҡайҙарым, ашағыҙ”, – тип тәҡдим итеп ике һалдаттың ағыуланыуы хаҡында әйттеләр. Снаряд килеп шартлап, үҙең йә иптәшең яраланған осраҡта беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә, ҡанды нисек туҡтатырға кәрәклеген дә өйрәттеләр. Бер үк ваҡытта беҙ ысын мәғәнәһендә яуға барғанлығыбыҙҙы белеп, барыһына ла әҙер булып юлға сыҡтыҡ кеүек. Кеүек. Эйе, хәҙер технологиялар һуғышы мәле. Бер нисә секунд эсендә снаряд килеп төшөүе бар. Ундай саҡта кеше ҡасып та, йәшеренеп тә ҡотола алмай, үлем һәр аҙымда һағалай.
Биләмәгә юлланғанда бер сүрә-аят белмәгән, изге китапты тотоп та ҡарамаған һалдат әйтмешләй, “Илеш” ине шикелле позывнойы, атай-әсәй фатихаһын ҡалҡан итеп, Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәтенә ышанып, хәҙер инде күңелдән дә, ҡулдан да китап төшөрмәй тик доғалар ғына уҡып йөрөйһөң дә ятаһың.
Үҫкәндә беҙ һуғыштың ни икәнен белмәнек. Һәм бер ҡасан да, үҙем яу яланында булырмын, беҙҙең быуынға ла һуғыш ялҡыны эләгер, йәндәрҙе көйҙөрөр, ҡорбандар килтерер, тип һис кенә уйланғаным булманы хатта. Сәйер... Унда барғансы әле был һуғыш миңә туранан-тура ҡағылмай тигән тойғо бар ине. Ысынбарлыҡты күҙ алдына килтермәй, һаман да шул татлы, тыныс тормош, малайлыҡтан сыға алмаған хөрриәтлек зиһенде биләгәйне. Дөрөҫөрәге, аңлайһың һин уны, тик булмышыңа шул афәттең, фажиғәнең хужа булыуын теләмәйһең, күңелең түренә “һуғыш” тигән әшәкелектең, итеген дә һөртмәй, менеп ултырыуынан һиҫкәнәһең. Үткән йәй ғаиләм менән Ҡара диңгеҙҙә ял иткән саҡта диңгеҙ аръяғында барған һуғыш әллә ни йоғонто яһаманы. Ял иткәндә Анапалағы шифаханала мәҙәни мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән яҡташ бер апай менән һөйләшеп киттек тә, ул: “Беҙгә Донецк ҡалаһынан ял итергә килгән балалар һауала вертолет йә самолет күренеү менән, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ағас ышығына йүгереп барып сүкәйә төшәләр. Бер көн йомала туй барҙы һәм шунда салют аттылар ҙа, бүлмәләренә барып инһәм, балалар сумаҙандарын алып ишек төбөндә көтөп ултыралар”, – тип һөйләне.
Был хәлдәр мине бик ныҡ уйландырҙы. Ә бит беҙгә туранан-тура ҡағылмағас, һин уны, ысынлап та, тоймайһың. Республикабыҙҙа хәҙер күптәр тоя, аңлай. Бөйөк Ватан һуғышында, белеүебеҙсә, бөтә ил менән күтәрелеш күҙәтелгән.
Ростов өлкәһенән барғанда игендәр тулҡынланып ултырған иҫ киткес матур баҫыуҙар күңелгә тыныслыҡ килтерә. КПМ-ға килеп етеп, Луганск Халыҡ Республикаһына инеү менән картина бөтөнләй үҙгәрә. Ағастар яна, уларҙың күбеһе ҡороған, юлдағы яҙыуҙар тутығып, иҫкереп бөткән. Беҙҙәге 90-сы йылдарҙа күҙәтелгән ҡотһоҙ күренештәр хасил була. Быларҙы күреп күңел һиҫкәнеп китә, һаҡланыу инстинкты уяна. Урындағы ябай халыҡ һиңә һынап ҡарай, күҙҙәреңә тура ҡарамаған кеүектәр. Уларҙы йәлләп тә бер ни эшләй алмауыңды аңлау ҙа ҡыйын.
Шайморатов, Доставалов баталь-ондары һалдаттары менән осраштыҡ. Улар шул тиклем берҙәм, үҙҙәренең бурыстарын яҡшы аңлайҙар. Яҙған саҡта инде һәр береһенең күңеленә, кисерештәренә инергә тырыштым.
Улар өсөн ҡәҙерле булған төшөнсәләргә барыбер ҡағылаһың. Һәр һалдат янында мөмкин тиклем оҙағыраҡ булдым. Мин – уларҙың энергетикаһын, улар минекен тойҙо. Һәр береһенең тауышы, һөйләгәндәре – барыһы ла хәтеремдә. Мин улар менән кем булыуҙары хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн генә аралашманым. Булмыштарын, уйҙарын аңларға ынтылдым. «Шаман», “Боцман”, “Грин”, “Ғилман”, “Дикий”, “Шатай”, “Байруш”, “Томан” һәм башҡалар хәҙер минең «брат»тар ҙа, яуҙаштар ҙа. Улар кеүек яу яланын ташлап ҡайтҡыһы килмәгән ир-азаматтарҙы аҙым һайын осратасаҡмын. Һуғышты беҙ, кәмендә мин, иң тәүге сиратта атака, “ура”, батырлыҡ, фажиғә, ҡорбан, аяныслы хәлдәр тип уйлайбыҙ. Баҡһаң, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, уның да үҙ тормошо, үҙ шатлығы, үҙ ижады, үҙ ҡайғыһы, үҙ рухы бар, шулар менән ҡәҙерле икән ул. Берҙәмлек, “бер алманы бишкә, йөҙгә бүләйек, беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек” тигән йөрәк төбөндә һаҡланған изге тойғо, ил, дуҫлыҡ, ирлек һәм башҡа ҡиммәттәргә тоғролоҡ һалдатты ла, армияны ла бөйөк итә – мин быны ныҡлы аңланым.
Азат Шамил улы Бад-ранов унда һалдаттарҙың ағаһы ла, ҡустыһы ла, атаһы ла, маяғы ла. Мостайҙың “Оҙон-оҙаҡ бала сағ”ында Оло инәй эргәһендә бөтә донъя әйләнгән кеүек, бында ла бар эш-хәстәр ҙә, бар мәшәҡәт-хәсрәт тә, бар шатлыҡ-батырлыҡ та, бар ҡайғы-юғалтыу ҙа «Ун өсөнсө» (уның позывнойы) тирәләй әйләнә. Ул барыһын да тоташтырып тороусы бер күпер, ҡая бында.
Тирә-яҡты байҡап, алдын-артын аңлап бөтмәгән, тейешле анализ яһап тормай, үҙҙәрен генә хаҡлы тип уйлаған «белгес»тәр уны, ябай һалдат кеүек һәр сәғәт, һәр көн һайын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай, ул кабинетта ултырып етәкселек итә, тип хәбәр йөрөтә. Беҙ Азат Шамил улы менән алғы линияла ла булдыҡ, бер туҫтаҡтан ашаныҡ та, әңгәмәләр ҙә ҡорҙоҡ, снарядтар аҫтында ташландыҡ йортта йоҡланыҡ та, окоптарҙа ултырып тәмәке лә көйрәттек... Үҙ күҙҙәрем менән күргәнде яҙам. Уның кабинеты – яу яланы, ул һәр саҡ алғы линияла, һәр саҡ һалдаттар янында. Ул булмаһа, беҙҙең һалдаттар етеш, туҡ булмаҫ ине. Уны һеҙгә һәр Башҡортостан яугиры әйтәсәк. Улай ғына түгел, үткән йыл ноябрь айынан, Азат Шамил улы килгәс тын асылды, күҙ күрә башланы, тип әйтәсәк (был һүҙҙәрҙе күп ишеттем). Һәм шуныһы иҫте китерҙе: “Ун өсөнсө” унда нисә мең һалдат булһа, шуларҙың һәр береһен тиерлек белә, таный.
“Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү ҡарары күңелдә ниндәйҙер үкенес тойғолары уятмаймы?” – тип тә һорағайныҡ Азат Шамил улынан.
Ул уйлап та торманы, шунда уҡ:
– Юҡ, – тине. – МХО биләмәһенә яҡташтарым – Архангел, Ҡырмыҫҡалы районы егеттәрен оҙатҡан саҡта күңелемде ауыр уйҙар биләп алды: улар һуғышҡа китә, ә мин республикала ҡалам. Нисектер ғәҙел түгел кеүек. Намыҫыма тейҙе. Патриотизм тураһында һүҙҙәр һөйләйбеҙ, ә өлгө күрһәтә алмайым кеүек. Өлөшләтә мобилизация башланғас, аңланым: доброволецтар һәм мобилизацияланғандар менән бергә булырға кәрәк. Уларҙың һәр береһенең тик үҙҙәре генә белгән мотивацияһы. Урыным улар янында кеүек ине, һәм барыһы ла ошолай килеп сыҡҡанға, янымда дуҫтарым булыуына шатмын.
Тормош аяуһыҙ ҡанундарҙан да торған кеүек булып китә ҡай саҡ. Ил, халыҡ өсөн дуҫтарың, улай ғына түгел, һәр һалдат, һәр ир-азамат менән йәнеңде аямай ҡаты алыштарға инәһең, күпме ғүмергә ҡалыр яралар алаһың, ҡайғы-хәсрәт кисерәһең, шул уҡ ваҡытта мөмкинлек булғанда барын ҡурсалап утлы дауылға ҡаршы таш ҡая булып та тора алаһың, ә бындағы “диван эксперттары”, барыбер аңламай, үҙ ҡағиҙәһе, үҙ алдағы менән башҡаларҙың башын ҡатыра: “Бадранов ҡайҙа яуҙа булһын, ул Мәскәүҙә йөрөй, йә Өфөлә ресторанда күргәндәр”, – тип ағыуын сәсә. Азатты “һәләк итеүсе” мәғәнәһеҙҙәр ҙә булды. Ул тере, ул бар
Башҡортостан яугирҙәренең именлеген ҡурсалап, тамағын, өҫтөн ҡарап, кәрәк икән, Мәскәүгә лә елә, кәрәк икән, ғүмерен дә аямай иң алғы һыҙыҡҡа барып етә.
– Бында үҙемде файҙалы итеп тойҙом, күңел гармонияһына өлгәштем. Урынға килеп урынлаштым, хәрбиҙәрҙән килгән һорауҙарҙы өйрәндем, аңларға тырыштым, ә аҙаҡ уларҙы хәл итә башланым. Бында барыһы ла аныҡ: ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ, бер-берең менән мөнәсәбәттәр үтә күренмәле. Йәшермәйем, башта бик ҡурҡыныс ине. Фронт линияһындағы хеҙмәттең тәүге көндәре ҡурҡыуҙы еңеү тарихы булды, сөнки билдәһеҙлек менән осрашырға тура килде. Тик был – минең юлым, был юлда еңеүгә өлгәштем, тип әйтә алам. Күп нәмәне тыныс ҡабул итәм. Алдыма командование ҡуйған бурыстар бар. Уларҙы үтәргә кәрәк – уйлап, иғтибарлап, ентекләп!
Бадранов һәр ваҡыттағыса ғорур, һәр ваҡыттағыса эшлекле һәм фәйләсүф. Быларҙы мин үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә, үҙ ҡолағым менән ишеткәнгә яҙам да. Бөгөнгө яҙғандарымдың күп өлөшө «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булған төп юлъяҙмаға инмәй ҡалды, сөнки Азат Шамил улы үҙенә ҙур иғтибар биргәнде яратып етмәй, ана һалдаттарҙы күрһәтегеҙ, һәр береһенең яҙмышы – оло бер тарих, бында булған һәр ир-азамат герой, тигәс, был тәьҫораттарым теркәлгән булһа ла, дөйөм халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалғайны. Бөгөн уның, Бадрановтың, «Башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында фронттағы уйланыуҙар»ы баҫылғас, һәм халыҡ араһында төрлө фекерҙәр уятыуын күреп, яҙмамда бар ғәмгә күрһәтергә булдым.
Мөнир Ҡунафин.
(Дауамы бар).