Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Декабрь 2023, 04:46

КҮҢЕЛ ТӨБӨНДӘГЕ ОСҠОНҒА ҠУҘ ӨҪТӘҮСЕ

Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙЙөрәгемдең иң саф хистәрен.Һәр һүҙегеҙ миңә алтын булды,Һис бер килмәй сереү алтынға Улар яныр яҡты йондоҙ булып,Юл күрһәтеп алға барырға. Рәми Ғарипов.

КҮҢЕЛ ТӨБӨНДӘГЕ ОСҠОНҒА ҠУҘ ӨҪТӘҮСЕКҮҢЕЛ ТӨБӨНДӘГЕ ОСҠОНҒА ҠУҘ ӨҪТӘҮСЕ
КҮҢЕЛ ТӨБӨНДӘГЕ ОСҠОНҒА ҠУҘ ӨҪТӘҮСЕ

Бөйөк шағирыбыҙҙың был һүҙҙәре, әлбиттә, донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл,иң сабыр зат – Уҡытыусы тураһында. Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. “Уҡытыусы” тигән һүҙ кеүек матур ҙа, ғорур ҙа, йөрәктәргә үтеп инерҙәй, йылы ла, яғымлы ла яңғыраған башҡа һөнәр табыу ауырҙыр.

Һәр кеше лә был тормошта уҡытыусы була аламы икән? Минең уйлауымса, юҡтыр, сөнки был бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн янып-көйгән, киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.

Мин – уҡытыусы. Ошондай яуаплы һөнәрҙе һайлауыма нимә сәбәпсе булды һуң? Был турала уйланып киткәндә, әлбиттә, беренсе хәтирәләр тыуған мәктәбемә, уҡытыусыларыма алып ҡайта. Мәктәп тупһаһын тәү башлап үтеү менән, ихлас йылмайып ҡаршы алған тәүге уҡытыусым Ханнан ағай Бәҙретдинов (Бөйөк Ватан һуғышы ветераны) мине уҡырға, яҙырға, кешеләрҙе аңларға, инсафлы, тәрбиәле булырға өйрәтһә, урта кластарҙа әсә теленә һөйөү уятыусы изге күңелле туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Фәүзиә апай Сабитованың мауыҡтырғыс дәрестәре лә киләсәгемә орлоҡ һалғандыр тип уйлайым. Уҡытыусы булыу теләге мәктәп йылдарында уҡ бөрөләнһә лә, ябай, баҫалҡы, баҙнатһыҙ ғына ауыл ҡыҙына был буй етмәҫлек хыял булып ҡына ҡалыр һымаҡ ине... Ҡалаға уҡырға сығып китеү – үҙе бер ҙур һынау булды минең өсөн. Мәктәпте тамамлап: “Ниндәй һөнәр һайларға? Кем булырға?” тигән уйҙар менән сыуалған бер мәлдә, ҡаланан йәйге ялдарҙа ғына ауылға ҡайтып йөрөүсе (ике туған) Зәлифә апайым миңә иғтибар итте. Уның ғаиләһе менән ялға ҡайтыуын бөтә туған-тыумаса һағынып көтөп ала, ҡунаҡ итә торғайны. Шул ваҡытта уҡ апайым киң күңелле, бөхтә, нәзәҡәтле ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, абруйлы уҡытыусы булараҡ та ҙур хөрмәт яулағайны. Минең күңел төпкөлөндә быҫҡып ҡына ятҡан осҡонға ҡуҙ өҫтәүсе, өмөт сатҡыларын уятыусы, дәрт, ышаныс биреүсе генә түгел, ғүмерем буйына эргәмдә атлаусы яҡты йондоҙома, уҡытыусыма, яҡлаусыма, остазыма әйләнде лә инде ошо изге күңелле апай.

Тормош һуҡмаҡтары мине Стәрлета-маҡ ҡалаһының педагогия институтына алып китте, артабанғы яҙмышымды ошо ҡала менән бәйләне. Уҡыу йортон тамамлағас ҡаланың бишенсе мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды башланым. Аллаға шөкөр, һайлаған һөнәремә тоғро ҡалыуым менән бәхетлемен.

Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусы К.Д. Ушинскийға 200 йыл тулыу айҡанлы Президентыбыҙ Владимир Владимир улы Путин тарафынан “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителгән быйылғы йыл аҙағына яҡынлашып та бара. Ошо форсаттан сығып, тормошомда бик ҙур роль уйнаған остазым тураһында яҙырға тәүәкәлләнем.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегендә “Остаз” һүҙенә иғтибар итһәк, унда ике төрлө аңлатма бирелгән: беренсенән, дәрес, һабаҡ биргән, өйрәткән кеше, уҡытыусы; икенсенән, ҙур эше, ғилеме йәки оҫталығы менән башҡаларға тәьҫир иткән, эйәрткән кеше. Тимәк, остаз – үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, тормош һабаҡтарын да бирерлек кеше. Остаз – аң-белемгә, мәғрифәткә әйҙәүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе, дәртләндереп, илһам биреп, күңел яланыңа шифалы орлоҡтар сәсеүсе. Был һүҙҙәр минең апайымдың булмышына ла тап килә.

Үҙеңдең тәрбиәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло талант. Һүҙем ошондай һәләтле педагогтарҙың береһе – Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнеүсе абруйлы педагог – йәғни Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы Ситдыҡова (һүрәттә) тураһында булыр.

Республикабыҙға бик күп билдәле шәхестәр биргән, киң күңелле, ябай һәм һәләтле кешеләре менән дан тотҡан, хозур тәбиғәтле Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ халыҡ педагогикаһына, изге дин ҡанундарына таянған көслө, матур тәрбиә ала. Татлы, Инйәр мәктәптәрендә тырышып уҡып урта белемгә эйә булғас, бала саҡтан күрше-тирә балаларын теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнарға яратҡан ҡыҙ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ районы Казадаевка ауылы мәктәбендә башлай. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, коллективта хөрмәт ҡаҙанып, балаларҙың һөйөүен яулап өлгөргән һәләтле педагогты директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. “Шулай тыныс ҡына эшләп йөрөгән осорҙа етем һәм ата-әсәй ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернаты директоры Наҙарғолов Сәйфулла Ғөбәйҙулла улынан саҡырыу килде. Йәйге отпуск ваҡытында мин ул интернатты барып күрергә булдым. Сәйфулла Ғөбәйҙулла улы минең менән әңгәмәләшкәндән һуң, беҙгә балалар менән эшләргә тап һеҙҙең кеүек педагогтар кәрәк, тип, уйланырға ла ваҡыт бирмәй, Мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаға ебәрҙе. Мәғариф министры мине яҡты йөҙ менән ҡаршыланы.

Был осрашыу күңелемдә бик яҡшы тәҫьораттар ҡалдырҙы, артабанғы яҙмышымды ошо интернат менән бәйләне. Фатима апай Мостафина мәктәп-интернат балалары менән йыш ҡына осрашып, кәңәштәрен биреп торҙо. Мин эшемде ул ҡуйған маҡсаттарға ярашлы итеп ойошторорға тырыштым. Ул ваҡытта был белем усағында эшләү үҙе бер мәртәбә һанала ине», – тип ғүмер йомғағын һүтә Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы.

Артабан уға Сәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлегендә мәғлүмәт-методика үҙәген етәкләргә тура килә. Бында ла ул үҙен яуаплы, алдына ҡуйылған бурысты теүәл башҡарған, маҡсатҡа ынтылыусан хеҙмәткәр итеп таныта. Шуға күрә үҙе эшләп киткән В.И. Ленин исемендәге 2-се интернатҡа директор кәрәккәс,был яуаплы вазифаны Зәлифә Төлкөбай ҡыҙына ышанып тапшыралар. Бай тарихлы, матур традициялары, көслө уҡытыу алымдары менән данлы мәктәптә ең һыҙғанып эшкә тотона ул.

Директор вазифаһындағы ун өс йыл көндәй генә үтеп китә. Зәлифә Ситдыҡова етәкселек иткән йылдарҙа быға тиклем дә Республика мәғарифы тормошонда айырым урын тотҡан белем усағы тағы ла юғарыраҡ киңлектәргә сыға. Лицей статусы алыу уҡытыу кимәлен ҙурыраҡ баҫҡыстарға күтәреү мөмкинлеге бирә. Төрлө конкурстарҙа гранттар яулау матди базаны нығытыуға юл аса. Мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаған, Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары бал йыйған уҡыусылар һаны бермә-бер арта. Республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы балаларҙы халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәрендә тәрбиәләүгә, уларҙың ижади һәләтен асыуға ла ныҡлы ихтибар бирә. Ленин мәктәбе Рәшит Ниғмәти, Хәй Мөхәмәтйәров, Әмир Чаныш, Батыр Вәлидтәр асҡан ижади шәхестәр мөхите булараҡ дан тота, Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы ошо традицияны ҡабаттан тергеҙеү маҡсатында Республика Мәғариф Министрлығы аша “Журналистика” (“Аҡ йондоҙ”), “Ҡурай” һәм “Бейеү” түңәрәктәрен булдырыуға ирешә. Тиҙ-арала бөтә Республика буйлап яҙышҡан балаларҙы эҙләп табыу бурысы ҡуйыла. Был матур башланғыстың һөҙөмтәһе булып Айнур Үтәевтың “Йөрәктәге ташҡын”, Айҙар Биктимеровтың “Шишмәкәй” исемле тәүге ҡарлуғастары донъя күрә. Ә Зәлиә Хәйбуллинаның хикәйәләре Республика матбуғатында даими баҫыла башлай. Ә Айнур Фәнис улы Үтәевтың Стәрлетамаҡта ғына түгел, Республика кимәлендә уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булып танылыуын хәҙер инде күптәр белә тиһәм дә һис арттырмам.

”Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” тигәндәй, талантлы педагог, абруйлы етәксе Зәлифә Төлкөбай ҡыҙының тырышлығы, фиҙаҡәрлеге тейешенсә баһалана: ул “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы”, ”Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң яҡшы уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалы һәм башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. “Эшләгән йылдарымда һәр ваҡыт изге күңелле, эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр осрап торҙо. Хеҙмәт юлымда Сәйфулла Ғөбәйҙулла улы Наҙарғолов, Риф Рәхим улы Тажиев, Риф Абдулла улы Дәминев һымаҡ остаздарыма әле булһа күңелемдә оло рәхмәт хисе һаҡлайым. Директор булып эшләү осоронда Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө предприятие етәкселәре лицей-интернатҡа һәр саҡ ярҙам итә килде,” – тип күптәргә оло ихтирамын һәм хөрмәтен белдереп иҫкә ала эшләгән йылдарын Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы.

Әлеге көндә Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы Ситдыҡова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан бик әүҙем тормош алып бара, тыуған өйөндәй яҡын йортона әйләнгән итернатының тормошо менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып, уның өсөн янып-көйөп йәшәй. Уларҙың нур уйнап торған ҡотло йортоноң ишеге туғандары, яҡындары өсөн һәр ваҡыт асыҡ, бында йылы һәм яҡты, сөнки йорт хужабикәһенең күңелендәге ихласлыҡ һәм йылылыҡ һәр кемгә етә.

...Бөгөнгө көндә мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Хәҙер аңлайым: был минең булмышым, минең тормош юлым. Телем аша Башҡортостанымдың сал тарихы, мәшһүр сәнғәте, иҫ киткес матур тәбиғәте, киң күңелле халҡымдың бай ижады менән таныштырыу уҡытыу эшмәкәрлегемдең бер маҡсаты булһа, матур һәм ирекле Ватаным менән ғорурланыу тойғоһо, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү икенсе маҡсатым булыр.

Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм байытыу, киләсәккә белемле, әхлаҡлы, сәләмәт балалар тәрбиәләү, телебеҙҙең байлығын, матурлығын йәш быуынға еткереү, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу – төп эштәремдең береһе.

Быйыл мәктәптә эшләүемә 25 йыл да булып китте. Һәм ике тиҫтәнән ашыу педагогик стажы булған уҡытыусы булараҡ, һайлаған профессиямдан уңдым тип әйтә алам. Бының өсөн мин, иң тәүҙә үҙемдең ғүмерем буйына эргәмдә атлаусы яҡты йондоҙома, уҡытыусыма, яҡлаусыма, остазыма әйләнгән апайыма – Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы Ситдыҡоваға, үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар миңә һөнәремде һайларға ла, тормошто һөйөргә лә, ә иң мөһиме – яҡшы кеше булырға ла өйрәтте. Шуға күрә остаз-уҡытыусыларыма мин мәңге бурыслымын, тип һис икеләнмәй әйтә алам. Һәр кемгә лә тормош юлында тап ошондай уҡытыусылар осрап, күңеле төбөндәге осҡонға ҡуҙ өҫтәп, ҡабындырып ебәреүен теләр инем, сөнки бөгөнгө йәмғиәтебеҙ йылы йөрәкле, киң күңелле, дөрләп торған йөрәкле кешеләргә айырыуса мохтаж.

Зилә ЙОСОПОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И.Куликов исемендәге
1-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас