Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2023, 11:47

КЕШЕЛӘРҘЕ ЛӘ ТОТАШТЫРА КҮПЕРҘӘР. Инвалидтарға арналған фестиваль үтте

Беҙ, Кешеләр, төрлө һәм арабыҙҙа физик мөмкинлектәре сикле булғандар ҙа тулы тормошта йәшәргә хоҡуҡлы. Был категорияға ҡараған кешеләрҙе дәүләт ярҙамдан өҙмәҫкә, шул уҡ ваҡытта тотош йәмғиәт инвалидтарға ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булырға тейеш. Стәрлетамаҡта Халыҡ-ара сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикле кешеләр көнөнә арналған фестиваль ошо юҫыҡта алып барылған эштәрҙең бер сағыу миҫалы булып иҫтә ҡалды.

КЕШЕЛӘРҘЕ ЛӘ ТОТАШТЫРА КҮПЕРҘӘР.  Инвалидтарға арналған фестиваль үтте
КЕШЕЛӘРҘЕ ЛӘ ТОТАШТЫРА КҮПЕРҘӘР. Инвалидтарға арналған фестиваль үтте

Был фестиваль ғаилә сараһы булараҡ ойошторолдо һәм “Күперҙәр төҙөйбөҙ” тип нарыҡланды. Инклюзив рәүештә, ябайлаштырып әйткәндә, сәләмәтлек мөмкинлектәре булған кешеләрҙе ҙур тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән үтте сара. Ысынлап та, фестивалдең һәр өлөшөнә ылығып, ҙур залда үткән сағыу концертта инвалидтар ҡатнашты.

– Беҙ кешеләр араһында рухи күпер булдырырға, һәр кеше ошо йәмғиәттең өлөшө икәнен тойорға ярҙам итергә тейешбеҙ. Бөгөнгө фестивалгә йыйылған һәр бер кеше быны үҙ миҫалында һынай алды, минеңсә.

Билдәле көндө генә түгел, ә һәр саҡ, форсат сыҡҡан һайын, сәләмәтлек яғынан мөмкинлектәре сикле граждандарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, – тип билдәләп китте сара барышында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Зәлиә Баринова ла.

Сағыу тамашаға тиклем Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында фестивалдә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында төрлө өлкә белгестәре ҡатнашлығында осрашыу үтте. Атап әйткәндә, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле стәрлетамаҡтар психологтарҙан, дефектологтарҙан, логопедтарҙан, юристарҙан, мәшғүл-лек үҙәге, “Минең бизнес” үҙәге белгестәренән, шулай уҡ невролог, психиатр, ортопед, терапевт һымаҡ табиптарҙан, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, ҡала хакимиәте, социаль учреждение вәкилдәренән борсоған һорауҙарына яуап ала алды. Ҡайһы бер мәсьәләләр урында уҡ хәл ителһә, ҡалғандарына һуңғараҡ яуап бирергә вәғәҙә ителде. Һәр хәлдә, бер генә мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалманы.

– Сара ҡатнашыусыларға бының менән генә файҙалы булмағандыр, сөнки унда логоритмика, карлинг, дефектология, пластинография, дауалау йогаһы һымаҡ ҡатмарлы йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Бынан тыш һүрәтле магниттар, яңы йыл бүләктәре эшләргә лә өйрәнде улар. Хатта өҫтәл теннисы, шашка, армрестлинг һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярышып та алды әле фестивалдә ҡатнашыусылар, – тип һөйләп үтте төп ойоштороусыларҙың береһе Евгения Долгих. Ошо тиклем сара уртаһында ҡайнаған кешеләр, әлбиттә, үҙҙәрен яңғыҙ тоймаясаҡ.

Матур фестивалдә, шуныһы ла ҡиммәт, әлеге категорияға ҡараған граждандарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып тороусы бағыусылар, ирекмәндәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Конкурстарҙа ҡатнашыусы ойошмаларға, ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.

Күпер төҙөү – еңел эш түгел, шул уҡ ваҡытта бер тапҡыр күҙе күрмәгән кешегә юл аша сығырға ярҙам итеп, инвалид арбаһында ултырғандарға магазинға инергә ярҙамлашып та, мәҫәлән, ошо күперҙең таяуын нығытыуҙа булһа ла өлөш индереү бер ни тормай. Күперҙәр төҙөлһөн һәм ныҡ булһын!

Рәмил МАНСУРОВ.
Фотолар ҡала хакимиәте рәсми сығанаҡтарынан.

КЕШЕЛӘРҘЕ ЛӘ ТОТАШТЫРА КҮПЕРҘӘР.  Инвалидтарға арналған фестиваль үтте
КЕШЕЛӘРҘЕ ЛӘ ТОТАШТЫРА КҮПЕРҘӘР.  Инвалидтарға арналған фестиваль үтте
КЕШЕЛӘРҘЕ ЛӘ ТОТАШТЫРА КҮПЕРҘӘР. Инвалидтарға арналған фестиваль үтте
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: