

Машинаны һатып алыусы табылмай, ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс автомобилдән бөтөнләй арест алына, хужаһы уны шунда уҡ барып алырға була, тик милкен махсус туҡталҡала тапмай…
Һөҙөмтәлә ир хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙа һәм үҙе лә эҙләүгә тотона. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул социаль селтәрҙәр аша машинаһын Ырымбурҙа һатыуға ҡуйғандарын асыҡлай.
Әлеге ваҡытта был ваҡиға буйынса прокуратура тарафынан тикшереү бара, енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Э. СӘҒИҘУЛЛИНА,
ҡала прокурорының өлкән ярҙамсыһы.