Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2023, 09:11

Республикала йәшәүселәрҙең һорауҙары йәмғиәттең «өлкәнәйеүе» хаҡында һөйләй

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова «Башинформ»ға Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Уның фекеренсә, республика халҡы биргән һорауҙар социаль өлкәнең тотороҡло үҫеше, республиканың алға барыуы хаҡында һөйләй.

Республикала йәшәүселәрҙең һорауҙары йәмғиәттең «өлкәнәйеүе» хаҡында һөйләйРеспубликала йәшәүселәрҙең һорауҙары йәмғиәттең «өлкәнәйеүе» хаҡында һөйләй
Республикала йәшәүселәрҙең һорауҙары йәмғиәттең «өлкәнәйеүе» хаҡында һөйләй

«Быйыл һорауҙар икенсерәк. Мәҫәлән, социаль өлкәне үҫтереү: дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, льготалар алыу тураһында һорауҙар күп яңғыраманы. Был ошо проблемаларҙың даими хәл ителеү күрһәткесе булып тора. Социаль инфраструктураны үҫтереүгә ҡағылышлы бирелгән аҙ ғына һорауҙар ҙа бөтөнләй икенсе. Был аңлашыла ла, сөнки хәл яҡшырған һайын халыҡтың ихтыяжы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сыға. Шуныһы ҡыуаныслы: кешеләр шәхсән үҙҙәре өсөн генә һорамай, ә киреһенсә, бөтә һорауҙар ҙа йәмәғәт именлегенә ҡағыла. Был йәмғиәтебеҙҙең иҡтисад һәм социаль өлкә менән бергә үҫешеүе, «өлкәнәйеүе», яуаплыраҡ була барыуы хаҡында һөйләй», - тигән фекере менән уртаҡлашты йәмәғәтсе.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-08/respublikala-y-sh-sel-r-e-orau-ary-y-m-i-tte-lk-n-ye-e-ha-ynda-yl-y-bash-ortostandy-y-m-t-palata-y-a-za-y-3548615

 

Автор:
Читайте нас