Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Декабрь 2023, 17:25

Башҡортостан - Геройҙарҙың тыуған ере

Беҙ һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ күрһәткән егеттәрҙең батырлыҡтарын иҫтә тотасаҡбыҙ. Радий Хәбиров республика халҡын Геройҙар көнө менән ҡотланы.

Башҡортостан - Геройҙарҙың тыуған ереБашҡортостан - Геройҙарҙың тыуған ере
Башҡортостан - Геройҙарҙың тыуған ере

Өфөнән Максим Серафимов гратананы ҡаплап, иптәштәрен үлемдән ҡотҡарған.

Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамов ракетаға ҡаршы алышта бөтә подразделениеның һәләк булыуына юл ҡуймаған.

Яңауылдан Игорь  Нәсибуллин яралы хеҙмәттәштәрен эвакуациялаған. Иптәшенә янған танктан сығырға ярҙам иткәндә контузия менән үлемесле яралана.

Әлшәй районынан Алмаз Сафин парашют-десант взводы менән командалыҡ итә. Үлемесле яраланған хәлдә лә, етәкселек итеүен дауам итә. Һөҙөмтәлә дошмандың төп һөжүм йүнәлештәренең береһендә сиктәрҙе тотоп ҡалырға һәм уларҙы сигенергә мәжбүр иткән.

Бөрө районынан Борис Дудкоға батырлыҡтары өсөн рәхмәтлебеҙ. Уның командалығындағы танк ротаһы дошмандың нығытылған районын ала. Уның шәхси экипажы 7 танкты, күп һанлы пехотаны юҡ итә.

Октябрьский ҡалаһынан Степан Белов Донбасты 2022 йылдың 24 февраленән һаҡлай. Былтыр ғына уның командалығындағы танк ротаһы 20 танкты, 9 хәрби пехота машинаһын һәм дошмандың байтаҡ тере көсөн юҡ итә.

Өфөнән Денис Чернавин – айырым вертолет полкы командиры. Уның иҫәбендә 400 – ҙән ашыу хәрби осош бар. Ул дошмандың 82 берәмек бронетехникаһын, 2000-дән ашыу боевигын юҡ итә.

Был егеттәрҙең барыһы ла илебеҙҙең юғары наградаһына – Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙ»она лайыҡ булды.

Башҡортостанда тыуғандар һәм унда йәшәүселәр иҫәбендә – 299 Советтар Союзы Геройы, 47 Дан орденының тулы кавалеры, 37 Рәсәй Федерацияһы Геройы. Уларҙың батырлыҡтары өсөн һәр береһенең алдында баш эйәбеҙ, – ти ул.

Автор:
Читайте нас