Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм бөтә илдә ҡулланыла. Рәсәйҙә ҡабул ителгән закондар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел.
Конституцияның махсус данаһының тышы ҡыҙыл төҫтә варандың йоҡа тиреһенән эшләнгән, тышлығында — Рәсәйҙең көмөш гербы төшөрөлгән һәм алтын менән «Рәсәй Конституцияһы» тип яҙылған.
Егерме йыл буйына 12 декабрь ял көнө булды. 2005 йылдың 1 ғинуарынан был көн эш көнө тип иҫәпләнә. 2005 йылдың июлендә Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелде.