Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2023, 11:16

Башҡортостанда «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола

12 декабрҙән 14-нә тиклем Башҡорт теле көнө уңайынан Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола. Быйыл диктант дүртенсе тапҡыр үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан.

Башҡортостанда «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторолаБашҡортостанда «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола
Башҡортостанда «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола

Акция сайтта онлайн уҙғарыла.

«Диктантта ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, социаль хәле, дине һәм гражданлығы мөһим түгел, башҡорт һәм рус телдәрен белергә кәрәк. 2022 йылда 17 меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы», - тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Унда 30 тест эше: М. Аҡмулланың һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында 10 һорау, нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау бар.

Диктант өсөн иң юғары баһа - 100 балл. Эштәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә.

Диктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләр яҙылған сертификат тапшырыла.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-12/respublikala-y-sh-sel-r-e-a-mulla-diktanty-n-ya-yr-a-sa-yralar-3562827

 

Автор:
Читайте нас