

«Муниципалитет башлыҡтарын төрлө фейерверктар менән мауыҡмаҫҡа саҡырам. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренән яңы йыл корпоративтарын та шау-шыуһыҙ үткәреүҙәрен һорайым, һеҙгә коллектив менән бергә йыйылып, бер бокал шампан шарабын эсеүҙе берәү ҙә тыймай, ләкин әйҙәгеҙ артығын ҡыланмайыҡ. Тыйнаҡлыҡ тигән төшөнсә бар, аҡсаны ла һаҡсыл тотонорбоҙ. Ләкин етәкселәрҙең бурысы - халыҡтың ял итеү, концертҡа, театрға барыу мөмкинлеге булһын өсөн барыһын да эшләү», - тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.