

(Дауамы).
Дүрт машина ҡыуыу кәрәкмәй, күп була, тине «13-сө»нөң ярҙамсыһы. Аңлашыла, теҙелеп килгән дүрт машинаға ут ярсығы һә тигәнсе килеп төшөүе лә бар. Өсәү ҙә күп һымаҡ әле. Беҙҙең бер машинаны ҡалдырырға булдыҡ. Валераны. Тимәк, бер журналист та ҡаласаҡ. Йәш кеше – Венерҙы һайланыҡ. Уның йәне көйөп китте, алғы һыҙыҡҡа алып бармаһағыҙ, ҡайтам, тип ебәрҙе. «Бар, машинала ултырып тор, тыныслан», – тине аптырап Вәдүт.
Көтә-көтә бер заман асығып киттек. Вәдүттең иреп лыҡылдап ятҡан ҙур киҫәк салоһы һәм бер буханка икмәк сығып ятты. Бында дуңғыҙ майын ашау гонаһ түгелме икән, тип бер аҙ бәхәсләшеп торҙок та, яу шарттарында ярайҙыр ул, ишеү мосафирҙарбыҙ, тинек тә ҡалын-ҡалын итеп ҡырҡып икмәк өҫтәнә һалып «еф-фәреп» ҡуйҙыҡ. Сейә үрелеп ашарға ярамай, быныһы... тамаҡҡа торманы, майлап ҡуйған кеүек кенә инеп ятты. Бер сама күңелдәр көрәйеп китте, шулай ҙа ваҡыт яй үтә.
– Һуғыш үҙе ваҡытты белдерә ул. Ҡабаланмағыҙ. Күп йөрөйбөҙ, беләбеҙ. Беҙ китәбеҙ, снаряд килеп төшә, бер нисә урында шулай булды. Фартовый ағайҙарығыҙ янығыҙҙа, – тип беҙҙе тынысландыра оператор Вадим
Исламов. Беләм мин дә, старшина «Дикий» ҙа иҫкәрткәйне.
– Төнөн генә сығаһығыҙ бит алғы һыҙыҡҡа. Үлеп ҡалырмын, тигән уйҙар буламы? – тип һорағайным унан.
– Юҡ, ысынлап әйтәм, юҡ. Улай тип уйлаһаң, иң һәйбәте – инмәй торорға. Көтөргә, күңелеңде тыңларға кәрәк, ул үҙе әйтәсәк. Рухи яҡтан әҙер булғас ҡына ҡуҙғалыу хәйерле.
Ниһайәт, Бадранов машинаһы күренде. Ул төшөп барыбыҙ менән ҡосаҡлашып күреште. Ҡабаланмай ғына тәмәкеһен тоҡандырҙы.
– Әҙерһегеҙме?
– Әҙербеҙ. Бер кешегә урын етмәй. Венерҙы ҡалдырабыҙ инде, уның йәш балалары бар, – Вәдүт тиҙ генә хәлде аңлатты.
Бадранов уға ҡарап серле генә йылмайҙы ла:
– Беҙ үлергә бармайбыҙ, еңергә барабыҙ. Урын табайыҡ. Ҡарайыҡ әле.
БСТ-лар машинаһында өс кенә кеше ине. Ләкин арт яҡтағы сидениела камера, башҡа аппаратуралары ята. Ҡәҙерле һәм ҡиммәт ҡорамалдар. Һалдат автоматына яуаплы булған кеүек, улар ҙа... Ипләп кенә багажникҡа күсерергә, ҡайһыларын алдарына алырға мәжбүр булдылар. Егетебеҙгә урын табылды.
– Бындай юлға ҡабаланып сығырға ярамай. Хоҙайҙың кешегә мәлендә ярҙам итә торған миһырбанлы сәғәте бар, шуны сабыр ғына көтөргә кәрәк. Күпме һынағаным, Аллам уны нисектер белдерә ул, – тип һөйләйәсәк һуңынан Азат Шамил улы. Әле тағы ла бер тапҡыр яйлап һурып тәмәке тартабыҙ ҙа – аттарға! Юлға, алғы һыҙыҡҡа!
Дүрт-биш сәғәт шәп тиҙлек менән төрлө соҡор-саҡырлы юлдарҙан, ҡала-ауылдар эсенән дә, баҫыуҙар аша ла тәғәйен нөктәгә килеп еттек тә, тиҙ генә бер ташландыҡ йорт ихатаһына инеп машиналарҙы йәшерҙек.
Туҡтауһыҙ снарядтар атҡаны, шартлағаны ишетелә, тимәк, фронт линияһы йыраҡ түгел. Бөгөн ошонда төн сығасаҡбыҙ, «Ун өсөнсө»нөң килгәнен белгәс, полк командиры ҡараңғы төшкәс килеп етер, тинеләр. Тушенкалар асып, өйҙә сәй эсеп алдыҡ. Урам буйына сыҡмайбыҙ, ихаталағы оло тут ағасы (щелковица) төбөндәге эскәмйәлә ултырабыҙ, тәмәке көйрәтәбеҙ. Бик күренергә ярамай. Диверсанттар белеп, координаттарҙы әйтһә, снаряд тап беҙҙең өҫкә килеп төшәсәк.
Эңерҙә полк командиры килеп төн ауғансы әңгәмә ҡороп ултырҙыҡ. Баҙыҡ ҡына янған лампалар аҫтында. Командир төрлө хәлдәрҙе һөйләп илап та алды хатта. Иҫ киткес «душевный» һөйләшеү килеп сыҡты ул. Күп тарихтар әҙәби әҫәрҙәргә инер...
Аралаша торғас, бер сер асылды. Азат Шамил улының йөрөгән маршрутын үҙе-нән башҡа бер кем дә белмәй. Ваҡытын да үҙе хәл итә, бер кем менән килешмәй. Әлбиттә, хәрби распоряжение, бурыстар аныҡ ҡуйылған, уларҙы ул һаҡлай, үтәй. Тик ниндәй юлдар, нисек үтәй – был бурысҡа, тейешле ваҡытҡа ул үҙе хужа. Бының сәбәбе ябай: уның кеүек ҙур чиновниктарға теге яҡтан һунар бик ҡаты ҡуйылған. Дошман разведкаһы ла уларҙы туҡтамай эҙләй. Был турала уны иҫкәртеп кенә торалар. Төрлө ерҙә һине дошман снаряды ҡыуып етергә, аҫтыңа һалынған миналары шартларға мөмкин. Ҡурҡыныс. Был сәфәрҙән ҡайтҡас, күңелемде оло бер хәүеф биләп алды: Азат Шамил улын да унда әжәл тигән әшәке уҡ ҡыуып етеүе ихтимал, бик ихтимал. Һаҡла үҙеңде, командир, һаҡлағыҙ аҫыл улығыҙҙы, егеттәр, тип тә өндәшкем килә яуҙаштарына.
– Бер полкҡа килдек. Апрелдә булды был хәл. Полк командиры, Башҡортостандан вице-премьер килгән, тип һөйөндө. Башҡортостан егеттәренә дәүләт наградалары килгәйне, әйҙәгеҙ, һеҙ килгән мәлде файҙаланып, тантаналы тапшырыу ойошторайыҡ, яугирҙәрҙең рухы күтәрелер, тип күрше ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл янында ойошторорға булып киттеләр. Риза булдым. Кискеһен килгәйнек, бүләктәрҙе иртән тапшырырға тейешбеҙ. Төнөн – дошмандан «радиоперехват»: ниндәйҙер ауылдағы һәйкәлдең аныҡ ҡына координаттарын ебәрегеҙ, иртәгә унда халыҡ йыйыла, ҙур бер түрә килгән, тинеләр. «Ракетный удар» яһарға йыйыналар. Шунан беҙ планды үҙгәрттек, яугирҙәрҙе башҡа урында башҡа шарттарҙа бүләкләнек. Бындай тарихтар булып тора, дошман йоҡламай.
Бөгөн дә юлға сығыр алдынан полк командиры менән һөйләштем. Ул, ҡасан, тип һорай. Көн эсендә, тип яуап бирәм, аныҡ ваҡытты әйтмәйем.
Полк командиры, эйе, дөрөҫ, тип баш һелкә. Әйтәм бит, аҙым һайын һағалай теге әшәке...
Осрашыуҙан һуң полк командиры тышҡа сыҡты. Беҙ ҙә эйәрҙек. Ҡосаҡлашабыҙ. Тик хушлашмайбыҙ. Бында хушлашырға ярамай. Иртәгә осрашасаҡбыҙ. Шуға ышанайыҡ. Өй эргәһенән китмәйбеҙ. Ихатанан урамға сыҡмайбыҙ. Машина ҡуҙғалған тауыш ишетелгәс, кемдәрҙер тәмәке тоҡандыра, усына ҡаплап ҡына һура. Беҙ машинанан спальниктарҙы алабыҙ. Төн хәтәр ҡараңғы. Беҙҙәге октябрь айындағы кеүек, күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек. Тиҙерәк инеп ятҡы килә, үлтереп арытылған. Гөрһөлдәгән тауыштар һаман ишетелеп тора.
“Ун өсөнсө” егеттәр менән бергә оло бүлмәгә урынлашырға булды. Вәдүт менән икебеҙ тарыраҡ бер бүлмәгә инеп яттыҡ. Иң ололары беҙ бит, шуға ҡаршы килеүсе булманы. Күрәһең, был ваҡытта дәрәжә- вазифалар икенсе урынға күсә. Совет заманындағы боронғо диван-книжка ҙурайтылған, икебеҙгә урын етә. Төн йылы, шуға түшәкте генә түшәнек тә спальниктарҙы ябындыҡ. Ятҡайныҡ, гөрһөлдәгән тауыш тағы ла ишетелде. Алыҫта былай, тип үҙе-беҙҙе тынысландырабыҙ. Ә берәй яуызы һатып, беҙҙең йортҡа килеп төшһә... Мин уҡынып та алам. Теге бүлмәләрҙә тауыш бар әле. Улар ҙа урын йүнләй торғандыр.
Бер аҙҙан ярым ишек асылды ла Азат Шамил улы күренде:
– Нисек? Ҡурҡмайһығыҙмы? Йоҡларлыҡмы, ағайҙар? – тигән була ярым шыбырлап.
– Һәйбәт, йомшаҡ.
– Йомшаҡлығы уның... тыныс йоҡо, хәҙер таң ата, – тине лә икенсе яҡтан ишекте ҡыҫа бирҙе.
Күңелгә рәхәт булып китә. Хәстәрләүсе бар. Хатта илағы ла килгән кеүек... Бер һүҙ: “Хәҙер таң ата”. Үлтереп йоҡо килә. Кискеһен инәйемә, Гөлшатыма хәлемде белдереп шылтырата инем. Бөгөн бәйләнеш булманы, борсолоп торған булаларҙыр. Гөлшат Әбйәлилдән Сулпан ҡыҙымды лагерҙан барып алырға тейеш ине. Нисек барып етте икән, таксиҙар хәтәр йөрөй унда... Арытылған. Уйҙарҙан арынғы килә. Үлтереп йоҡлата. Йоҡо аралаш ҡайҙалыр шартлаған, атҡан тауыштар ишетелеп ҡала. Төш түгел, шикелле. Ойойом. Ишетәм. Әл дә генә йоҡлата. Әл дә генә беҙҙең өҫкә төшмәй.
Ҡайҙалыр сиңерткә тауышы ишетелеп ҡала. Онотҡанда бер ел иҫеп ебәреү менән тут ағасы япраҡтары үҙ-ара тиҙ генә серләшеп ала. Донъяның үҙ хәстәре, үҙ моңо. Шағир әйтмешләй, “бары раҫлай тик йәшәүҙе: тултырып ал һулышыңды! Ҡайын шундай хуш еҫ бөркөй, бар тип белә һуғышыңды...” Ҡайын булмаһа ла, бөрлөгәнгә тулышҡан тут ағасы ла йәндәй күңелгә яҡын бөгөн. Киң тармаҡтары менән ул беҙҙе ҡаплай ҙа, һаҡлай ҙа. Йоҡлап киткәнмен.
Һаҡ ҡына күҙемде асам. Ҡорған ситенән ярты-йорто яҡтылыҡ һирпелә, тимәк, таң атып килә. Гөрһөлдәгән тауыштар туҡтамаған, һиҫкәндереп күк күкрәгән кеүек ишетелеп ҡала. Торам, бәһлеүән Вәдүт бөгәрләнеп йоҡлай. Уны яҡшылап ябындырам да һаҡ ҡына тышҡа сығам, эйе, таң атҡан, күңелгә рәхәт, тағы ла яңы бер көн. Сыҡһам, Азат Шамил улы тын ғына тәмәке тартып ултыра, баяғы беҙҙе ҡаплаған, һаҡлаған ағас төбөндә. Тулышып бешкән бөрлөгәндәр өҙөлөп төшкән дә, аяҡ аҫтын бысратып, иҙелешеп ята. Ботинкаһын сискән дә, аяғын улар өҫтөнә һалған командир. Аптырап киттем.
– Һеҙ ҡалай иртә... – шунан уның ҡиәфәтенән бөтөнләй йоҡламағанын шәйләйем. – Йоҡламанығыҙмы ни?
– Хәҙер әҙерәк серем итәм, төн менән көн буталған инде бында...
Һуңынан уның төнө буйы кухняла ҡағыҙҙар менән ултырғанын, кемдәр менәндер ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәнен белдерҙе ярҙамсыһы.
Өйгә инеп китер алдынан, сабыйҙар-са саф ҡарашын ташланы ла, Азат Шамил улы йығылырлыҡ бер һүҙ әйтте:
– Донъя һиллегендә ошолай яңғыҙ ҡалғас, ботинкаларҙы сисеп бәргәс... нишләптер илағым килә, – тине лә яйлап аяҡ кейемен кейҙе, шунан инеп китте. Минең алда иламаны.
Мөнир Ҡунафин.
(Дауамы бар).