Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
13 Декабря 2023, 04:31

Башҡортостандың туғыҙ егете Оборона министрлығының фәнни роталарына хеҙмәткә юлланды

Башҡортостан егеттәре Рәсәй Оборона министрлығының фәнни ротаһы сафын тулыландырҙы.

Башҡортостандың туғыҙ егете Оборона министрлығының фәнни роталарына хеҙмәткә юлландыБашҡортостандың туғыҙ егете Оборона министрлығының фәнни роталарына хеҙмәткә юлланды
Башҡортостандың туғыҙ егете Оборона министрлығының фәнни роталарына хеҙмәткә юлланды

 Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың хәрби комиссариатында хәбәр иттеләр. Хәрби ведомствола белдереүҙәренсә, туғыҙ егет конкурс буйынса һайлауҙы үткән һәм үҙҙәренең фәнни хеҙмәттәрен күрһәткән.

«Бер егет ЭРА фәнни технополисында хеҙмәт итергә бара. Был хеҙмәт уларға белемдәрен күрһәтергә, яңы асыштарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә», — тип билдәләне Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич.

Һигеҙ йыл эсендә Башҡортостандан йөҙҙән ашыу егет Рәсәй Ҡораллы көстәренең фәнни ротаһына хеҙмәт итергә ебәрелгән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-12/bash-ortostan-tu-y-egette-oborona-ministrly-yny-f-nni-rotalaryna-o-atty-3562962

 

Автор:
Читайте нас