

Күптән түгел был үҙәктә билдәле урыҫ яҙыусыһы, шағир, педагог, Сталин премияһы лауреаты Степан Злобиндың тыуыуына 120 йыл тыуыу айҡанлы “Беренсе башҡорт” тураһында беренсе роман” исеме аҫтында “Салауат Юлаев” романына бағышланған әҙәби конференция булып үтте. Сараға Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультеты уҡытыусылары Ләйсән Йосопова һәм Салауат Таймаҫов, прозаик, драматург, Ғ.Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Хәмит Ирғәлин, шулай уҡ ӨФһТУ Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки фи-лологияһы факультетынан, күп профилле һөнәри, төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледждарынан студенттар саҡырылғайны.
Конференцияны китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина юғары кимәлдә алып барҙы. Степан Злобиндың һәм Салауат Юлаев тураһында яҙған башҡа авторҙарҙың китаптарынан торған күргәҙмә ойошторолғайны. Сығыштар Степан Злобиндың тормошонда Башҡортостандың әһәмиәте, “Салауат Юлаев” романының һәм фильмының яҙылыу тарихы, романда Салауат образы тураһында өҫтәрәк телгә алған факультеттың 1-се курс студенттары докладтары (етәксеһе Рәйсә Илишева) менән башланды. Ҡалабыҙҙың күп профилле һөнәри колледжы студенттары, “Ҡаурый ҡәләм” әҙәби ижад түңәрәге ағзаларының (етәкселәре Гөлфиә Ноғоманова) Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һөйләүе сарабыҙға йәм өҫтәне.
Артабан һүҙ тарихсыларға бирелде. Тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова сығышында крәҫтиәндәр һуғышының сәбәптәре, Салауат Юлаевтың ундағы роле, “Салауат Юлаев” фильмын ҡабаттан төшөрөргә кәрәклеге тураһында бәйән итте. Ғалим, тарих фәндәре кандидаты Салауат Таймаҫов Степан Злобиндың ниндәй ваҡытта, ниндәй шарттарҙа был ауыр теманы күтәреп сығыуы һәм бер башҡорт яҙыусыһының да Салауат Юлаев образын уның кеүек өйрәнә, аса алмауын билдәләне. Ә РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, хәрби тарихи пьесалар авторы Хәмит Ирғәлин иһә халҡыбыҙҙың милли геройы тураһында яҙған урыҫ һәм башҡорт яҙыусыларын, һынлы сәнғәттә уның образын яҡтыртыусы оталарҙы телгә алды. Батырыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелгән урындарҙы билдәләп үтте.
Сара йәш быуын вәкилдәренә лә, ололарға ла фәһемле булды.
Луиза ҒӘЛИМОВА,
китапханасы.
Автор фотоһы.