

Эльвера Ғүмәр ҡыҙы сығышы менән Ишембай районы Байғужа ауылынан. Ябай ауыл ҡыҙы ябай, күркәм һәм татыу Клара Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Ғүмәр Низам улы ғаиләһендә башҡорт мөхитен тулыһынса үҙендә һеңдереп үҫә. Башҡорт телен өйрәнеү, башҡорт матбуғатын уҡыу уға киләсәктә башланғыс кластар, башҡорт теле уҡытыусыһы булырға этәргес биргәндер. Был хаҡта ҡоролтай рәйесе үҙе лә йыш ҡына иҫкә ала: “Хатта төрлө рецептарҙы ла гәзиттән киҫеп алып, махсус дәфтәргә йәбештереп, бешерергә өйрәнә торғайныҡ”, – ти ул.
1995 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тамамлап (аҙаҡ тағы ла бер нисә юғары белем алып), Стәрлетамаҡ районы Яңы Барятино мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшенә сума йәш ҡыҙ. Әйткәндәй, районда иң беренселәрҙән булып урыҫ мәктәбендә башҡорт телен уҡыта башлай. 2000-се йылда район кимәлендә “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеп сыға.
Тик хеҙмәт юлын ябай уҡытыусы булып башлаһа ла, нисек кенә балаларҙы, дәрес алып барыуҙы яратһа ла, был вазифала уға оҙаҡ йылдар эшләргә тура килмәй. Үҙе үткер, үҙе әүҙем, шул уҡ ваҡытта белемле, талапсан, бер аҙ уҫалыраҡ та йәш белгесте район мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар.
Был урында иһә ул методистан алып, бүлек начальнигы, артабан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына тиклем үҫешә. Бөгөнгө көндә ошо вазифала хеҙмәтен дауам итә, бер үк ваҡытта районда милли мөхит үҫтереүҙә йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та уға хас булғанса әүҙем эшләй.
Әйтелгәндәрҙән сығып, Эльвера Ғүмәр ҡыҙы ойошманы саралар үткәреү майҙаны, кәрәк саҡта “артҡа сигенергә” мөмкин булған ойошма итеп күрмәй, ә бөтә йәне, тәне менән бирелеп эшләй. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡанда ла, бәйге өсөн генә булһын тип түгел, ә ысын мәғәнәлә ауылдар айыҡһын, йәш быуын спортҡа, мәҙәни тормошҡа, ватансылыҡ тәрбиәһенә ылыҡһын тип тырыша. Ошо айҡанлы уның шәхсән рәүештә ауылдар буйлап проблемалы ғаиләләрҙе тикшереүе, аңлатыу эштәре алып барыуы, шул уҡ ваҡытта дан әсәләр, дан ғаиләләр менән дә осрашыу миҫалдары был йәһәттән уның булмышын асып бирә. Был эште алып барыу еңел дә булмағандыр, әммә районда күҙгә күренеп, социаль күрһәткестәр яҡшыра бара!
Уның Юрматы шәхесе, ошо райондың Айыусы ауылынан сыҡҡан тарихи шәхес, 1813-1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командиры булған Ҡаһым Түрә (Мырҙашев) шәхесенең исемен күтәреү буйынса башҡарған проекттары ла иғтибарға лайыҡ. Һәйкәл, төрлө конференциялар булһынмы, экскурсиялар, ауыл халҡын шәхескә арналаған тамашалар менән таныштырыу һәм башҡа эштәрҙең уртаһында ҡайнай һәм төп ойоштороусыларҙың береһе булып тора ул.
Шул уҡ ваҡытта Ҡоролтай донъяуи мәсьәләләр, илдә барған ваҡиғаларға ла битараф түгел: яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу, ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – ойошма был эштәрҙең береһенән дә ситтә ҡалмай. Ғөмүмән, күптәрҙе берләштереүсе рухи бер көс булып тора.
– Әгәр бөгөн бер генә башҡорт балаһы башҡортса һөйләшһә лә, бер генә башҡорт кешеһе үҙен ошо милләт вәкиле икәнен тойоп, ғорурлыҡ кисерһә лә, көн бушҡа йәшәлмәгән, – ти ул үҙенсәлекле итеп эше хаҡында. Эше менән дә, ғаиләһе менән дә бәхетле – тормош иптәше Рөстәм Рамазан улы менән ике ҡанат, ике терәк – ике ҡыҙ үҫтергәндәр.
Эльвера Ғүмәр ҡыҙы башҡарған хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы билдәһе, БР Мәғариф министрлығы, РФ мәғариф һәм фән министрлығы Почет грамоталары һәм башҡа бихисап наградалар менән бүләкләнгән. Әммә иң ҙур баһа, нисек кенә ҡалыплы яңғырамаһын, иң ҙур баһа – халыҡтан, ти Эльвера Иманғолова. Ә баһаны, әйтеп үтеүебеҙсә, халыҡ бында тура һәм ғәҙел ҡуя – алыштырғыһыҙ ҡоролтай рәйесебеҙ, етәксебеҙ тиҙәр уның хаҡында һәм һүҙ бер башҡорт милләте вәкилдәре тураһында ғына бармай!..
Рәмил МАНСУРОВ.
Фото Стәрлетамаҡ районы ҡоролтайының рәсми сығанаҡтарынан алынды.